Балтас районында 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған

Балтас районында 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған https://bash.news/news/100185_baltas_rajonynda_16_syarylysh_uyusyy_attestaty_alan
08 июл 2019, 23:06

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтергә маташыу осрағы теркәлгән. Шунлыҡтан 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе белдерҙе.

"Беҙ дәрәжәле республика, беҙҙең йәштәр ҙур абруй менән файҙалана, шуға ла был осраҡ уларға ҡара тап булып яғыласаҡ. Бар илгә танылыу алдыҡ", - тине Радий Хәбиров. Уның ҡушыуы буйынса Балтас районы хакимиәте башлығына ғәйеплеләрҙе табыу бурысы ҡуйылды. Улар менән уйлап тормайынса хушлашырға тура киләсәк. Әгәр ҙә имтихан күрһәткестәрен боҙоп күрһәтеүҙә муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашһа, уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһен ҡарарға кәрәк, тине Башҡортостан етәксеһе.

Оператив кәңәшмәлә «Башҡорт ихаталары» республика программаһының үтәлеше лә тикшерелде. Быйыл уны ғәмәлгә ашырыуға 1 миллиард 780 миллион һум аҡса бүленгән. Барлығы 400 ихата тәртипкә килтереләсәк. Бөгөнгә шуларҙың яртыһынан ашыуында ремонт эштәре башланған, ә ун район һаман да уға тотонмаған.

Бер үк ваҡытта халыҡтан дәғүәләр ҙә юҡ түгел. Улар башлыса, подрядсыларҙың бер объектты эшләп бөтмәйенсә икенсеһенә күсеүе менән бәйле. Республика етәксеһе был мәсьәләне хакимиәт башлыҡтарына етди контролгә алырға ҡушты. Ултырышта шулай уҡ көҙгө-ҡышҡы осорға электр тәьминәте, юлдарҙа фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ауыл хужалығы техникаларын яуаплы кампанияға әҙерлегенә бәйле мәсьәләләр ҙә тикшерелде.

Автор: Илдар Байбулатов.

Балтас районында 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна