Белорет районының Ҡаһарман ауылында Шәғәле Шаҡмандың 500 йыллығына арналған саралар үтте

Белорет районының Ҡаһарман ауылында Шәғәле Шаҡмандың 500 йыллығына арналған саралар үтте https://bash.news/news/100190_beloret_rajonyny_aarman_auylynda_shle_shamandy_500_jyllyyna_arnalan_saralar_tte
09 июл 2019, 00:07

Шәғәле Шаҡман вариҫтары. Белорет районы Ҡаһарман ауылында Тамъян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Байрам тантанаһы республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ырыуҙаштарҙы бергә йыйҙы. Ғалимдар билдәләүенсә, Башҡортостандың тиҫтәләп районынан тыш, Татарстанда, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә лә тамъян ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәй.

Шәғәле Шаҡмандың яҡты рухына аят уҡыла. Тамъян ырыуы башлығының тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сара зыярат ҡылыуҙан башланды. Төрлө ауылдарҙың имам-хатибтары Ҡөрьән Кәримдән изге аяттарҙы сиратлап уҡыны.

Шәғәле Шаҡмандың Ҡаһарман ауылы зыяратын һуңғы төйәк итеүе тураһындағы рәсми мәғлүмәт уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ғына киң йәмәғәтселеккә сығарыла. Быға тиклем ул халыҡ телендә генә быуындан-быуынға күсә килгән. Илсенең һуңғы төйәге тураһында мәғлүмәткә билдәле фольклорсы-ғалим Мөхтәр Сәғитов халыҡ ижады өлгөләрен йыйып йөрөгәндә юлыға. Уны йырсы Зилә Лираның олатаһы әйтеп ҡалдырған.

Йөҙҙәрсә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, шәхес рухы ырыуҙаштары күңелендә. Шәғәле Шаҡманға арнап йыйындар, уҡыусылар араһында ижади конкурстар ойоштороу халыҡ хәтерен тағ ыла нығыта.

Шәғәле Шакмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сара Тамъян ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән төбәктәрҙе бергә йыйҙы. Һәр ҡайһыһы айырым тирмә ҡороп үҙенә хас милли өлгөләрен, ырыу-шәжәрә ағасын халыҡ иғтибарына сығарҙы.

Әлеге ваҡытта арҙаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған ерендә лә Тамъян ырыуы вәкилдәре көн итә. Бөгөнгө көндә улар райондың өс ауылында йәшәй. Миәкә һәм Әбйәлил районы вәкилдәренең уртаҡ яҡтары күп. Ике төбәк тә, мәҫәлән, үҙенең балаҫ һуғыусылары меннә дан тота.

Ә ҡул тирмәнен тартыусылар бөгөн юҡ кимәлендә. 19-сы быуат ҡомартҡыһы әле лә сафта. Әбйәлилдәр уның ярҙамында ҡыҙҙырылған бойҙай тартып талҡан етештерә.

Әруахтарҙы ҡыуандырыр өсөн май еҫен сығарыу борондан ҡалған ғәҙәт. Был юлы ла тотош ырыуҙы берләштергән ата-бабалар хөрмәтенә йыуаса бешерелде.

Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сара киске эңергә тиклем дауам итте. Ырыуҙаштар таралырға ашыҡманы. Нәҫел-тамырын барлап, дәртле йыр-моңдарға тамаша ҡылды.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Белорет районының Ҡаһарман ауылында Шәғәле Шаҡмандың 500 йыллығына арналған саралар үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд