Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова «Таврида» форумында 650 мең һумлыҡ сертификат еңде

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова «Таврида» форумында 650 мең һумлыҡ сертификат еңде https://bash.news/news/100191_f_yy_zemfira_rshitova_tavrida_forumynda_650_me_umly_sertifikat_ede
09 июл 2019, 00:14

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты. «Таврида» Бөтә Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт йәштәр форумында яҡташыбыҙ 650 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Ул тәҡдим иткән «Miss International» этник матурлыҡ һәм талант фестивале проекты конкурста иң уңышлыһы тип табылған. Сараны тормошҡа ашырыу өсөн ҡыҙға грант тапшырылған.

Бәйге республика биләмәһендә йәшәүсе төрлө милләт ҡыҙҙары араһында үтәсәк. Уның сиктәрендә Башҡортостан буйлап сәйәхәт ойоштороу ҙа күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфөлә үткән беренсе республика конкурсында Тажикстан ҡыҙы еңеү яулағайны.

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова «Таврида» форумында 650 мең һумлыҡ сертификат еңде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд