Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлде

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлде https://bash.news/news/100192_radij_xbirov_bashortostan_bashlyy_vazifayna_kandidat_itep_terklde
09 июл 2019, 00:16

Бөгөн республиканың үҙәк һайлау комиссияһында үткән ултырышта, 476 ҡултамғаның ысынбарлыҡҡа тап килеүе раҫланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кандидат итеп теркәлеү өсөн, муниципаль депутаттарҙың кәмендә 454 ҡултамғаһын йыйырға кәрәк.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко кандидат итеп теркәлгән Радий Хәбировҡа был турала танытма тапшырҙы. Хәҙер Башҡортостан етәксеһе һайлау алды компанияһын тулы күләмдә башлай ала. Әммә Радий Фәрит улы үҙенең эш графигынан тайпылырға йыйынмай. "Минең башҡарған эшем һәр төрлө агитациянан да яҡшыраҡ", ти кандидат.

Автор: Илдар Байбулатов.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд