Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпергә тәүге нигеҙ ташы һалынды

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпергә тәүге нигеҙ ташы һалынды https://bash.news/news/100194_fl_aiel_jylay_asha_tkn_kperg_tge_nige_tashy_alyndy

Өфө-аэропорт йүнәлешендәге өсөнсө ҡоролманың оҙонлоғо 700 метр самаһы. Уның аша өс һыҙатлы автомобиль юлы һалына. Яңы күпер көндә яҡынса 30 мең машинаны үткәреүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш тамамланғандан һуң Өфөгә ингән ерҙә автомобиль тығындары шаҡтай кәмер тип көтөлә.

Көн һайын Ағиҙел күпере аша меңдәрсә автомобиль үтә. Аҙна башы һәм бигерәк тә аҙағында километрҙарға һуғылған тығындар ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Яңы күпер әлегә тиклем эшләп торған ике ҡоролманы тоташтыра. Ул сафҡа ингәндән һуң автотранспортты үткәреү һәләте шаҡтай артырға тейеш.

Өфө-аэропорт йүнәлешендә яңы күпер төҙөлөшө күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Уны хәл итеүгә тәүге аҙым Мәскәүҙә үткән транспорт форумы барышында Радий Хәбировтың Росавтодор етәкселеге менән осрашыуында яһалды. Республиканың өҫ һыҙатлы күпер төҙөлөшө тураһында мөрәжәғәте федераль кимәлдә хуплау тапты. Проекттың бюджеты 3 миллиард ярым һум. 500 миллион һумлыҡ тәүге транш Башҡортогстанға күсерелгән. Бөгөн республика етәксеһе яңы күперҙең тәүге нигеҙ ташын һалды.

Воровский урамына терәлгән күперҙең оҙонлоғо 688 метр. Объект бик ҡатмарлы, әммә уны төҙөү заман талабы ти белгестәр. Эштәр тамамланғандан һуң өс ҡоролма бер конструкцияға берләштерелә. Яңы күперҙе металдан яһалған 7 терәү тотоп торасаҡ. Өс һыҙаттың һәр ҡайһыһы 4 метр киңлегендә була. Төҙөлөш автоһәүәҫкәрҙәр күҙе алдында башҡарыла. Проект буйынса эштәр транспорт хәрәкәтенә ҡамасауларға тейеш түгел.

Күпер төҙөлөшө менән бер үк ваҡытта Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә яңы үткәүел һалына башлай. Проект шулай уҡ Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе лә күҙаллай.

Күләмле төҙөлөш ике йыл ярымға иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә башҡа инфраструктура проекттарына ла нигеҙ һалына. Тиҙҙән белгестәр Өфөнөң Черниковка биҫтәһенән Алексеевка ауылына сыҡҡан күпер өҫтөндә лә эш башларға тейеш. Әле яңы ҡоролма буйынса документтар әҙерләнә. Проектты тулы кимәлдә башҡарыу Башҡортостандың баш ҡалаһында транспорт тығындары мәсьәләһен тотошлайы хәл итеү өсөн етди аҙым буласаҡ.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпергә тәүге нигеҙ ташы һалынды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа