Быйыл Стәрлетамаҡта күп ҡатлы 40 йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш

Быйыл Стәрлетамаҡта күп ҡатлы 40 йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш https://bash.news/news/100242_byjyl_strletamata_kp_atly_40_jortto_ixatay_tklnderelerg_tejesh

Ул “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса атҡарыла. Ремонт өсөн 130 миллион һум бүленгән. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Курчатов урамындағы 2-се йорт алдын ҡараны. Унда төҙөкләндереү бара. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов әйтеүенсә, бында машина ҡалдырыу урыны, балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ, видеокүҙәтеү ойошторола. Эттәрҙе йөрөтөү өсөн дә урын ҡаралған.

Быйыл Стәрлетамаҡта күп ҡатлы 40 йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш
Быйыл Стәрлетамаҡта күп ҡатлы 40 йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш

Радий Хәбиров халыҡ менән аралашты. “Подрядсы ойошмаларҙы муниципалитет һайлай, башҡарылған эш сифаты өсөн дә хакимиәт яуаплы. Һорауҙар килеп тыуа икән, йыйылыш үткәреп хәл итергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.Республика етәксеһе белдереүенсә, ихаталарҙы төҙөкләндереү 1 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна