Алма-ата ҡалаһында бер урам хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтә. "Мостай Кәрим исеме беҙҙең ил мәҙәниәте тарихында мәңгелеккә урын алды. Туғандаш башҡорт халҡы вәкиленең сағыу ижади мираҫын, әҙәби оҫталығын хөрмәт итәбеҙ.
Мостай Кәрим донъя әҙәбиәте ҙур өлөш индергән шәхес. Бөгөнгө ваҡиға иһә Ҡаҙағстан менән Рәсәй, Башҡортостан менән Алма-ата, туғандаш халыҡтар араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур этәргес буласаҡ", тип белдерелде тантана барышында.
Быйыл Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Мәшһүр әҙиптең юбилейы донъя кимәлендә билдәләнә.