2024 йылға Башҡортостандың һәр район үҙәгендә бассейн барлыҡҡа киләсәк

2024 йылға Башҡортостандың һәр район үҙәгендә бассейн барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/100272_2024_jyla_bashortostandy_r_rajon_gend_bassejn_barlya_kilsk
09 июл 2019, 22:11

Әлегә төбәктең 16 ҡала һәм муниципалитетында йәшәүселәр бындай объекттар менән маҡтана алмай. Әлбиттә, улай булырға тейеш түгел, тине төҙөлөш сәғәтендә Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Хөкүмәт ағзаларына 25 метр оҙонлоғондағы бассейнды үҙ эсенә алған спорт ҡоролмаларын сафҡа индереү схемаһын эшләргә ҡушты. Бер үк ваҡытта ул ҡиммәтле проекттар менән мауыҡмаҫҡа саҡырҙы, сөнки һуңынан район хакимәттәренә бындай объекттарҙы хеҙмәтләндереү бик ауырға төшәсәк. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, йыл һайын ике-өс яңы бассейн файҙаланыуға тапшырыу мотлаҡ. Ул саҡта биш йылдан проблема тулыһынса хәл ителәсәк.

2024 йылға Башҡортостандың һәр район үҙәгендә бассейн барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна