Өфөлә Ағиҙел буйын төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Өфөлә Ағиҙел буйын төҙөкләндереү эштәре дауам итә https://bash.news/news/100273_fl_aiel_bujyn_tklndere_eshtre_dauam_it

Яр буйын тәртипкә килтереү маҡсатында юғары сифатлы материалдар ҡулланыла. Әле төҙөлөш участкаһында яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыла, асфальт ҡатламы яңыртыла. Барлығы Ағиҙел буйында биш километрға яҡын яр буйы йыһазлан¬дырыласаҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Ағиҙел буйындағы төҙөлөш эштәрен мөмкин тиклем тиҙ арала тамамлар өсөн , ҙур майҙан участкаларға бүленеп яңыртыла. Һәр эшсе үҙ өлкәһе һәм үҙ участкаһы өсөн яуаплы. Йылға буйы тәү сиратта хәүефһеҙлек системаһы менән тәьмин ителә, шуға ла бында видеокамераларға айырыуса иғтибар бүленә.

Әлеге ваҡытта яр буйында йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнер өсөн бүленгән юлға резина ҡатламы йәйелә. Махсус юл аяҡ кейеме тайыуын кәметә, тигеҙ ҡатлам йәрәхәтләнеүҙән дә һаҡлай.

Ағиҙел буйында ултыртылған 200-ҙән ашыу ағас Польша һәм Германиянан килтерелгән. Улар яр буйының дизайнына тап килеп, ял урынын биҙәп торасаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, баш ҡалала йылға буйын тәртипкә килтерер өсөн бар яҡлап та иң заманса алымдар ҡулланыла. Семәрләнгән тимер кәртәләр, сифатлы таштан һалынған баҫҡыстарҙы һәләтле дизайнерҙар уйлап эшләгән.

Арсений Мортазин, «Гидроремонт-вкк» компанияһы етәксеһе: “Гидротехник ҡоролмалар урынлаштырғанда тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алдыҡ. Ағиҙел буйындағы төҙөлөш объекттарына һыу ташҡанда, боҙ киткәндә зыян килмйәсәк”.

Йәшлек комплексы эргәһендәге участкала бер йыл элек башланған төҙөкләндереү эштәренең ҙур өлөшө үтәлгән. Ағиҙел буйын тәртипкә килтереүгә көс һалған ойшмаларҙың үтенесе ябай - ял итеүселәр ошо матурлыҡты боҙмай, бар йыһаздарҙы һаҡлап ҡулланһын ине.

Кирилл Кухта, «Дортрансстрой» төҙөлөш ойошмаһының баш инженеры: “Килешеү буйынса йәкмәтелгән эштәрҙең 99%- тын үтәнек. Әле яр буйында башлыса биҙәү эштәрен тамамлап, ҡоролмалар урынлаштырып сығыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ. Архитектура күҙлегенән ҡатмарлы проект ғәмәлгә ашырылды, шуға ла баш ҡала халҡы был майҙанды һаҡлап, ватмай-емермәй ял итһен ине тип теләйбеҙ”.

Алдағы йылдарҙа Ағиҙел буйының башҡа участкалары ла тәртипкә килтерелеп сафҡа инәсәк. Дөйөм алғанда биш километр тәшкил иткән майҙанда тағы ла яңы объекттар, ял урындары, филармония төҙөлөүе ҡаралған. Күҙалланыуынса, яңыртылған Ағиҙел буйы ял итер өсөн иң матур урындарҙың береһе буласаҡ.

Автор: Ф.Ким.

Өфөлә Ағиҙел буйын төҙөкләндереү эштәре дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна