Бөрйән районында лагерҙар «Йәйләү» программаһы менән эшләй

Бөрйән районында лагерҙар «Йәйләү» программаһы менән эшләй https://bash.news/news/100277_brjn_rajonynda_lagerar_jjl_programmay_menn_eshlj
09 июл 2019, 22:16

Күҙәмбәттә йәйге ял. Бөрйән районының «Ағиҙел» балалар һауыҡтырыу лагеры икенсе сменала эш башланы. Быйыл ул тәүгә яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы нигеҙендә ойошторола.

«Йәйләү» отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй. Балалар башлыса төбәктә көн иткән Бөрйән, Түңгәүер һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарына тупланды. Малай-ҡыҙҙар тыуған яҡ тарихын өйрәнәсәк, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, боронғо шөғөлдәре менән танышасаҡ.

Балалар лагерҙа көнөнә 5 тапҡыр туҡлана. Рационға милли ризыҡтар - ҡымыҙ менән бал да индерелгән. Лагерҙа шахмат-шашка, йыр-бейеү, дарыу үләндәрен өйрәнеү түңәрәктәре эшләй. Алдағы көндәрҙә төбәктең хозур тәбиғәте, тарихи урындар менән танышыу өсөн экскурсияға сығыу күҙаллана.

Балалар бөгөндән үк киләһе йылда үтәсәк сменаға килергә хыяллана, бының өсөн тырышып уҡырға, «Тормош һабаҡтары»н яҡшылап өйрәнергә тип маҡсат ҡуйғандар.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Бөрйән районында лагерҙар «Йәйләү» программаһы менән эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд