Башҡортостанда һауа торошо боҙола

Башҡортостанда һауа торошо боҙола https://bash.news/news/100278_bashortostanda_aua_torosho_boola
09 июл 2019, 22:17

Асҡын районында боҙборсаҡ яуыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә ел тиҙлегенең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүен, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуын, йәшен йәшнәүен фаразлай.

Шуға ла ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә алыҫ сәфәрҙән тыйылып торорға кәңәш итә. Дауыл ваҡытында өлкәндәрҙең балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмауы, шулай уҡ урамға сығармауҙары һорала. Аҙна аҙағына тиклем республикала йылы, әммә үҙгәрешле һауа торошо һаҡлана.

Башҡортостанда һауа торошо боҙола

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна