Игнатьевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк!

Игнатьевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк! https://bash.news/news/100279_ignatevtar_ailen_yaram_krk
09 июл 2019, 22:18

Йәрмәкәй районы Түбәнге Олойылға ауылынан Игнатьевтар ғаиләһе авария хәлендәге торлаҡта йәшәй. 2012 йылда уҡ йәшәүгә яраҡһыҙ тип танылған йорт хужалары ярҙам һорап район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әммә әлегә алға китеш юҡ. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләлә башҡа ауырлыҡтар ҙа етерлек.

Игнатьевтарҙың һәр иртәһе өй түшәмен нығытыуҙан башлана. Ата-әсә уны балалар йоҡлаған карауат өҫтөнә емерелеп төшмәһен тип хафалана. Бәләкәй генә өйҙә ете кеше, шул иҫәптән дүрт бала йәшәй. Етмәһә, сабыйҙарҙың әсәһе Альбина Игнатьева яман шештән яфалана, яңыраҡ операция үткәргән.

Альбина Игнатьева, хужабикә: “Район хакимиәтенә 2008 йылдан бирле ярҙам һорап мәрәжәғәт итәм. Әммә һаман бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Миңә күпме йәшәргә ҡалғанын белмәйем. Үҙем өсөн түгел, балаларым тип тырышам”.

Был йортта бәлә-ҡаза бер-бер артлы килә тиһәң дә хата булмаҫ. Ғаилә башлығында ла дауаханала ябай тикшереү үткәндә яман шеш күҙәнәктәрен табалар. Бөгөн йорт хужаһы ла ауыр сир менән көрәшә. Был хәлдә тапҡан-таянған аҡса дарыуға, балаларға китеп тора. Хужалар йорттарына капиталь ремонт эшләү тураһында хыял да итә алмай.

Андрей Гусаров, өй хужаһы: “Сирем 2007 йылда асыҡланды. Ул ваҡытта мин үҙебеҙҙең колхозда механизатор булып эшләй инем. Дарыу эсһәм хәлем бер аҙ яҡшыра. Ауыртыныуҙарға түҙә алмағас, дауаханаға мөрәжәғәт иттек. Шунда инде яман шеш булыуын әйттеләр”.

Төрлө инстанцияларға мөрөжәғәт итеп яҙған хаттарын хужабикә йыйып бара. Тик уларға ыңғай яуап ҡына юҡ. Закон буйынса ғаилә 54 квадрат метр майҙанлыҡ торлаҡҡа дәғүә итә ала, ә әлеге йорт майҙаны яҡынса ике тапҡырға кәмерәк.

Иҫке барак 2012 йылда йәшәүгә яраҡһыҙ статусын ала. Өй йылытылмай, ҡышын һыуыҡ, нисек булһала икенсе өйгә күсеү маҡсаты менән йәшәй Игнатьевтар. Был баракта йәшәүселәргә закон буйынса өй биреү ҡаралған. Әммә улар бер нисек тә был ниәтенә ирешә алмай.

Ольга Зырянова, Түбәнге Олойылға ауылы хакимиәте башлығы: “Мөмкинлек булыу менән ғаиләне яңы торлаҡҡа күсерәсәкбеҙ. беҙҙең ауыл хакимиәтендә ошондай тағы ла 4 ғаилә бар. Альбина Игнатьеваға иң тәүҙә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ”.

Йәрмәкәй районы хакимиәтендә фатирға сираттағылар исемлегендә Альбина Игнатьева беренсе тора. Әммә был ғына көн һайын тормош иптәше менән бергә яман сиргә ҡаршы күрәшеүсе ҡатынды йыуатмай. Дүрт бала әсәһе мөмкин тиклем тиҙерәк һәр таңын ғаилә өсөн хәүефһеҙ уңайлы торлаҡта ҡаршыларға теләй.

Автор: Азамат Бирғәлин.

Игнатьевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд