Асҡын районында Балыҡсы ырыуы йыйыны үтте

Асҡын районында Балыҡсы ырыуы йыйыны үтте https://bash.news/news/100283_asyn_rajonynda_balysy_yryuy_jyjyny_tte
09 июл 2019, 22:23

Асҡын районы Урмияҙ һәм Ҡашҡа ауылдарында тәүгә Балыҡсы ырыуы йыйыны уҙҙы. Унда билдәле тарихсылар, тел белгестәре, социологтар ҡатнашты. Ырыуҙаштар үҙҙәре тураһында яңы тарихи мәғлүмәттәр менән танышты. Теманың дауамы ғилми йүнәлешкә нигеҙләнгән ҡорҙан әҙерләнгән яҙмала.

Балыҡсы тигән һүҙҙе ишетеү менән күптәр күҙ алдына балыҡ тотоу кәсебе менән шөғөлләнгән халыҡты күҙ алдына баҫтыра башлай. Әммә төнъяҡ башҡорттарының тарихын етди өйрәнгән ғалимдарыбыҙ балыҡ һүҙен VIII быуатҡа ҡараған боронғо төрки тексттарҙа «ҡала» мәғәнәһендә ҡулланылыуы тураһында һөйләй.Төрки телдәрҙең белгесе, бөйөк ғалим Мәхмүт әл-Ҡашғари буйынса ла балыҡ һүҙе «мәжүсилек осорондағы төркиҙәр һәм уйғырҙар телендә ҡаланы» аңлата. Тарихи риүәйәттәргә ярашлы, урындағы халыҡтың ата-бабалары бынан бик күп быуаттар элек Алтайҙан һәм Көньяҡ Себерҙән күсенеп килгән.

Хаҡлы ялға тиклем Ҡашҡа мәктәбендә география уҡытып,ошо уҡыу йортоноң коллективын етәкләгән Сөләймән Хәйрисламов ерле халыҡтың балыҡсылар икәнлеген тәү башлап тарих фәненән белем биргән атаһынан ишетә. Ул уҡыусыларын да ғилми эҙләнеүҙәргә йәлеп итә. Йыйында ҡатнашыусы белгестәр ҙә балыҡсы башҡорттарының үҙ тарихына битараф булмауын, илһөйәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Билдәле журналистар һәм ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин менән Искәндәр Сәйетбатталовтың сығыштары ла халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.Искәндәр Рәсүл улы балыҡсы башҡорттары диалектының әһәмиәте хаҡында һөйләһә, Салауат Ишмөхәмәт улы тарих фәнендәге һуңғы асыштар менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, генетика генеалогияһын өйрәнеү һөҙөмтәһендә был ырыуҙың ҡатай ырыуы гаплотипына яҡынлығы асыҡланған. Был инде ырыу шәжәрәһен өйрәнеүгә яңы этәргес.

Балыҡсы ырыуы башҡорттарынан тыш, Асҡын ерендә Унлар һәм Танып ҡәбиләләре вәкилдәре лә көн күрә. Уларҙың һәр береһенең ҡоро, етәксеһе бар.

Ырыу йыйыны асҡындарҙың әлмисаҡтан һаҡланған йолаларын онотмауын күрһәтте.Рухташтар киләсәктә лә бөртөкләп йыйылған ғилми мәғлүмәттәр нигеҙендә үҙ тарихын, ырыу шәжәрәһен өйрәнергә ниәтләй.

Автор: С.Ғәлиуллина.

Асҡын районында Балыҡсы ырыуы йыйыны үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна