Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Өфө-Квартал» ойошмаһына 1 октябргә тиклем йортто төҙөп бөтөргә бойорҙо

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Өфө-Квартал» ойошмаһына 1 октябргә тиклем йортто төҙөп бөтөргә бойорҙо https://bash.news/news/100285_radij_xbirov_strletamatay_fkvartal_ojoshmayna_1_oktyabrg_tiklem_jortto_tp_btrg_bojoro

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Өфө-Квартал» ойошмаһы төҙөгән проблемалы йортто 1 октябргә файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы. Республика етәксеһе был турала бөгөн ҡалаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта һөт кухняһының эшмәкәрлеген, подъездарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса программаларҙы ғәмәлгә ашырыу барышын да тикшерҙе. Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһындағы уңыштар һәм проблемалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Станоктар төҙөү берекмәһе Стәрлетамаҡтың ҙур предприятеларының береһе, заманында бында 5 меңдән ашыу кеше эшләй, әле 800-гә яҡын. Әммә завод үҫеш юлында, сәнәғәт үҫеше фонды ярҙамында ике программа тормошҡа ашырыла, тәүгеһе буйынса 200 миллион һумдан ашыу аҡса файҙаланылған, икесеһе проектҡа ярашлы ярты миллиард һумды үҙләштереү ҡарала. Элек механик эшкәртеү өсөн продукция Европаға алып барылһа, хәҙер заводтың үҙендә заманса станоктар ҡуйылған.

Продукция «Ростех» кеүек билдәле корпорацияларға оҙатыла, киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен арттырыу ҡарала, был эшселәр һанын мең ярымға тиклем еткереү мөмкинлеге бирә.

Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты ла үҙ цехтарын камиллаштырыу менән мәшғүл. Әле бында яңы заманса линия һатып алынған, уның ярҙамында бешерелгән ризыҡ төрҙәре арттырыла. «Стерх» маркаһы аҫтында сыҡҡан икмәк һәм кондитер ризыҡтары яйлап ҡына баҙарҙы яулай, 200-ҙән ашыу төрлө продукция 2 мең сауҙа нөктәһенә оҙатыла. Әлбиттә проблема ла юҡ түгел, эшҡыуарҙарға ондо юғары хаҡ менән алырға тура килә. Ә продукцияға хаҡ шул килеш һаҡлана, йәғни хужалар юғалтыуҙар менән эшләй. Радий Хәбиров проблема буйынса тикшереү уҙғарырға ҡушты.

Стәрлетамаҡта был айҙа һөт кухняһы ла эшләй башлаған, уның продукцияһы менән эргә-тирәләге район-ҡалалар халҡы файҙалана. Цехтар тәүлегенә 5 мең тонна һөт эшкәртеүгә махсуслашҡан. Киләсәктә һөт кухняларын Сибай, Нефтекама, Белорет ҡалаларында асыу ҡарала. Беҙ Советтар Союзында һалынған изге традицияны кире ҡайтарабыҙ, балалар һау-сәләмәт булып үҫергә тейеш, тине Радий Фәрит улы.

Стәрлетамаҡта төҙөкләндереү буйынса Республика етәксеһе ҡуйған талаптарға тура килгән ихата ла табылды. Курчатов урамында урынлашҡан майҙанда әле ремонт эштәре башланып тора. Бында балалар, спорт майҙансыҡтары, машина ҡуйыу урындары ҡаралған. Халыҡ биләмәлә ағастарҙы ҡырҡыуға ҡаршы, барыһы ла һеҙҙең ҡулда, тине Радий Фәрит улы.Стәрлетамаҡта «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә быйыл 18 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған.

Октябрь проспектында урынлашҡан проблемалы йортто төҙөүселәргә лә эште тиҙләтеү мотлаҡ. Фатир хужалары асҡысты 4 йыл буйы көтә, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Төҙөлөш компанияһы тотҡарлыҡты 10-12 миллион һум аҡса етмәүе менән аңлата. Радий Хәбиров проблеманы тиҙ арала хәл итергә һәм асҡыстарҙы 1 октябргә тапшырырға ҡушты.

Стәрлетамаҡта 83 күп ҡатлы йортта 400-гә яҡын подъезд ремонтлана. Эште 1 ноябргә тамамлау ҡараған. Республика етәксеһе сифатҡа иғтибарҙы арттырыу бурысын ҡуйҙы, үҙ эшенә яуаплы ҡараусылар менән килешеү киләһе йылға ла оҙайтыла.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Өфө-Квартал» ойошмаһына 1 октябргә тиклем йортто төҙөп бөтөргә бойорҙо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа