Шаҡшала 20-нән ашыу төҙөүсе эш хаҡын ала алмай

Шаҡшала 20-нән ашыу төҙөүсе эш хаҡын ала алмай https://bash.news/news/100286_shashala_20nn_ashyu_tse_esh_xayn_ala_almaj

Эш хаҡы урынына саҙаҡа. Беҙҙең редакцияға Шаҡша торлаҡ файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре шылтыратты. Улар хеҙмәт хаҡы тотҡарланыуы, түләнгән хәлдә лә айлыҡ аҡсаның бүлгеләнеүенә зарланды. Хеҙмәт килешеүе үтәлмәй , шуға эшкә сығыуҙан да баш тартыуыбыҙ ихтимал тип иҫкәртте улар. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында БСТ каналы хәбәрселәре Шаҡша биҫтәһенә юлланды.

4-се разрядлы слесарь сантехник Владимир Рожков 2018 йылдан бирле яҡшылап эш хаҡы ала алмауына зарлана. Түләүҙәр тотҡарлана, өҫтәүенә айлыҡ аҡса өлөшләп кенә бирелә. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр бурыстарға батҡан.

Владимир Рожков, слесарь-сантехник: “Был хәл 2018 йылдың майынан дауам итә. Шул мәлдән аҡса 800 һәм мең бер йөҙ һум итеп бүлеп түләнеп килә. Өҫтәүенә тотҡарлана. Кешеләрҙе бурысҡа батырҙылар. Был айҙың коммуналь түләүҙәрен кредитҡа аҡса алып башҡарырға тура килде”.

Владимир әфәнде хәлендә 20-нән ашыу кеше ҡалған. Улар барыһы ла Шаҡша торлаҡ-файҙаланыу идаралығында эшләй. Геннадий Черняев бында холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителгән. Эш хаҡы тотҡарланыуы сәбәпле алименттар түләнмәй торҙо тип зарлана егет кеше. Слесарь предприятие хеҙмәткәрҙәрен хатта кәрәкле эш ҡормалдары менән дә тәьмин итмәй, тип билдәләй.

Геннадий Черняев, слесарь-сантехник: “Эш ҡоралдары бирмәйҙәр, үҙ иҫәбемә алам. Махсус кейем тураһында һүҙ ҙә юҡ. Өс ай алиментты тотҡарларға тура килде. Ҡатыным инспекцияларға мөрәжәғәт итеп бөткән. Ә мин үҙ урынымдан киткәнем юҡ, эштәмен”.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә яҡлап сығыш яһай. Галина Кормщикова үҙ теләге менән уларҙың мәнфәғәтен юллап төрлө етәкселәргә мөрәжәғәт иткән. Фатир өсөн күптәр ай һайын түләп бара, ниңә йорттарҙы хеҙмәтләндергән ябай эшселәр ваҡытында хеҙмәт хаҡын ала алмай икән, тип аптырай ханым.

Галина Кормщикова, Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе: “Ай һайын беҙҙең йортто тәртиптә тотоу өсөн генә 378 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Йыл һайын ошо уҡ сығым статьяһы нигеҙендә идарасы компанияға 4 миллион ярым һум аҡса күсерелә. Ни өсөн хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнмәй. Аҡсалар ҡайҙа китә икән. Етәкселәр яуап бирергә тейеш”.

Шаҡша торлаҡ файҙаланыу идаралығына үтеп уның етәкселеге менән аралашырға теләнек. Әммә предприятиеның директоры ла , баш бухгалтеры ла эш ваҡытында урынында булмай сыҡты. Һорауҙарға баш инженерға яуап бирергә тура килде.

Айрат Мостафин, Шаҡша торлаҡ файҙаланыу идаралығы баш инженеры: “Эш хаҡы ике айға түгел, ни бары бер айҙа тотҡарлана. Май өсөн июндә иҫәпләшәләр бит. Әле июль саҡ башланып тора. Май өсөн өлөшләтә аҡса күсерҙек. Тиҙҙән уны түләп бөтөрөп эш хаҡы буйынса бурысты тулыһынса ҡаплау ниәте бар”.

Мәсьәләнең асылын асыҡлау маҡсаты идарасы компания-Калинин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына илтте. Уның етәксеһе Илгиз Шамматов хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы тотҡарланыуын коммуналь түләүҙәр өсөн бурыстарға ла бәйләне.

Илгиз Шамматов, Өфөнөң Калинин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе: “Беҙҙең ошо ЖЭУ кеүек килешеү нигеҙендә эшләүсе тағы ла 8 подрядсы ойошмабыҙ бар. Башҡарылған эштәр акты нигеҙендә уларға аҡса тулы кимәлдә күсерелеп бара. Әле мәсьәләне хәл итеү өсөн етди көс һалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта аҡса ваҡытында түләнмәүе хеҙмәткәрҙәрҙең дә намыҫында. Слесарь, сантехник, урам һепереүсе һәм подъед йыйыштырыусы эшен сифатлы башҡарырға тейеш. Шул ваҡытта халыҡ квитанцияларын да ваҡытында түләр. Тимәк, эш хаҡы менән тотҡарлыҡтар ҙа булмаҫ ине. Бурыстарға килгәндә уны ай аҙағына тиклем тулыһынса ҡапларбыҙ”.

Эш хаҡы тотҡарланған хеҙмәткәрҙәр әле мәнфәғәттәрен юллап хеҙмәт инспекцияһына коллектив мөрәжәғәт яҙған. Уның һөҙөмтәләре яҡынса бер ай эсендә билдәле булырға тейеш.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Шаҡшала 20-нән ашыу төҙөүсе эш хаҡын ала алмай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA