Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙы

Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙы https://bash.news/news/100302_bashortostan_bashlyy_vazifayna_tay_ike_kandidat_dokumenttar_tapshyry
10 июл 2019, 10:17

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында “Граждандар көсө” партияһынан Владимир Барабаш һәм “Яблоко” сәйәси фирҡәһенән Зөлфиә Ғайсинанан тейешле документтар ҡабул итеп алынды.

Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙы
Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙы

Быға тиклем КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Юрий Игнатьев, “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы”нан Владимир Кобзев урындағы депутаттарҙан ҡултамғалар йыйып кәрәкле документтарҙы тапшырҙы. Уларҙы тикшереү өсөн кәмендә ун көн талап ителә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров теркәү үтеп кандидат танытмаһын алды.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа