Өфө халҡы “Инцидент” программаһы ярҙамында урам сәғәтенә ремонт эшләтте

Өфө халҡы “Инцидент” программаһы ярҙамында урам сәғәтенә ремонт эшләтте https://bash.news/news/100353_f_xaly_incident_programmay_yaramynda_uram_sten_remont_eshltte

Дим биҫтәһендә йәшәүсе Светлана Мытарева Ухтомский һәм Правда урамдары киҫелешендә урынлашҡан сәғәт туҡтауға өйрәнеп бөтә алмай. Стеналағы сәғәт ярты йыл элек үк ватылған. Бинаны ҡуртымға алған эшҡыуар ремонт эшләгән ваҡытта кабелде урынынан күсергән була. Һөҙөмтәлә - йәмәғәт сәғәте лә сафтан сыға.

Светлана Мытарева, Дим биҫтәһендә йәшәүсе: “Йәмәғәт сәғәте Дим биҫтәһе өсөн бик кәрәкле ине. Бында тимер юлы үтә. Поезға ашыҡҡан пассажирҙарға ваҡытты ҡарау өсөн сәғәт бик ҡулай ине”.

Күп ҡатлы йорт стенаһында ҡоролған сәғәт Дим биҫтәһе майҙанында ун йыл дауамында ваҡытты күрһәтеп торған. Электрон таблола яҙылған һауа торошо тураһындағы мәғлүмәтте лә урындағы халыҡ ошо сәғәт экранынан ҡарап барған. Кәрәкле ҡоролманы төҙәтеүҙе һорап Дим районы граждандары властарҙың интернет сәхифәһенә мөрәжәғәт итә. Дәғүәләр Инцидент-менеджмент системаһында теркәлгән.

Миңлегөл Мәсәғүтова, Дим биҫтәһендә йәшәүсе: “Хаҡлы ялдағы кешеләргә сәғәт нисә тип кеҫә телефонын уңайһыҙ - һандарҙы насар күрәбеҙ. Ә бында эре һандар менән күрһәтелгән ваҡытты ҡарап тынысланып ҡуябыҙ. Сәғәт эшләй икән, тимәк ғүмер алға бара, бер урында тормай”.

Нина Әхмәҙинурова, Башҡортостан башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәте буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре: “Дим биҫтәһе хакимиәте граждандар мөрәжәғәтен тиҙ арала тикшереп, сәғәтте төҙәтер өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе ебәрҙе. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы халыҡ та ремонт эштәренән ҡәнәғәт ҡалды”.

Инцидент менеджмент системаһына Дим биҫтәһендә йәшәүсе граждандарҙан уртаса көнөнә унлап ялыу килә. Күп осраҡта ҡала халҡы торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Подъездарҙа үткәрелгән ремонт сифаты, көнкүреш ҡалдыҡтарының ваҡытында сығарылыу-сығарылмауы, яҡтыртыу ҡоролмалары төҙөклөгө - ошо һәм башҡа мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә ҡала.

Эльвера Хәйбуллина, Өфөнөң дим биҫтәһе хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: “Инцидент системаһы эшләй башлау менән бөтәһе 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт теркәлде. Булған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Ялыуҙар килгән көндө үк кәрәкле урынды барып тикшерәбеҙ. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләйбеҙ. Районда йәшәүселәр эш һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт тип билдәләй алам”.

Юлдарҙағы соҡорҙар, төҙөкләндерелмәгән майҙансыҡтар, ихаталар - етешһеҙлектәрҙең күп өлөшөн Инцидент менеджмент ярҙамында хәл итеп була. Ябай һәм шул уҡ ваҡытта эшлекле система төбәктәге киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә йүнәлтелгән. Заманса программаға борсоған һорауҙарҙы яҙыр өсөн бер нисә минут ваҡыт етә - етешһеҙлектәрҙе фотоға төшөрөп нимә булғанын ҡыҫҡа ғына аңлатып мөрәжәғәтте интернет аша ебәреү.

Өфө халҡы “Инцидент” программаһы ярҙамында урам сәғәтенә ремонт эшләтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна