Башҡортостанда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары асылды

Башҡортостанда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары асылды https://bash.news/news/100363_bashortostanda_53s_xalyara_balalar_ujyndary_asyldy
11 июл 2019, 00:07

Донъяның утыҙ иленән һәм 89 ҡалаһынан килгән йәш спортсыларҙы «Өфө Арена» боҙ һарайында сәләмләнеләр. Быйылғы уйындарҙа малай-ҡыҙҙар туғыҙ спорт төрөндә көс һынашасаҡ. Республикала бындай күләмле спорт сараһы икенсе тапҡыр уҙғарыла. 2013 йылда үткән балалар уйындары ойоштороу яғынан юғары кимәлдә булыуы менән иҫтәлекле булды. Теманы Флорида Ким дауам итә.

Республиканың баш ҡалаһы төрлө милләттәрҙе берләштергән үҙәккә әйләнде тип әйтергә мөмкин. Канада, Ҡытай, Мексика, Австралия, Корея, Европа илдәре вәкилдәре Халыҡ-ара балалар уйындарына йыйылды.

Вадим Потапчук, 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусы /Канада/: “Спорт уйындарында ҡатнашыусылар ер шарының төрлө илдәрендә йәшәүсе үҫмерҙәр. Бер нисә сәғәт самолетта осоп килеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың йөҙөндә арыу-талыу һиҙелмәй. Спорт, хәрәкәт тип янып торған балалар өсөн Халыҡ-ара уйындар көтөп алынған ваҡиға”.

Ли Кса Ян, 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусы /Ҡытай/: “Беҙ уйында ҡатнашыр өсөн генә килмәнек, мотлаҡ еңеүгә ынтылабыҙ.Беҙ етди әҙерләндек, сөнки көслө спорт мәктәбендә шөғөлләнәбеҙ”.

Үҙ милләтенең флагын тотоп сәхнә аша үткән командаларҙы республика халҡы дәррәү алҡыштар менән сәләмләне. Һәр ҡатнашыусыны еңеүсе тип танырға мөмкин, сөнки бала булыуға ҡарамаҫтан улар байтаҡ бәйгеләрҙә призлы урындар яулаған спортсылар.

Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш йәш спортсыларҙы ҡотлап Башҡортостандың күләмле сараларҙы ойоштороуҙа тәжрибәле республика тип баһаланы. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров йәштәрҙе башҡорт халҡына хас ҡунаҡсылыҡ һәм асыҡ йөҙ менән ҡаршылайбыҙ тип Владимир Путиндың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

Иң яҡшы сәхнә оҫталары әҙерләгән сағыу тамаша, ҡурай моңдары, милли бейеүҙәр - Өфөгә килгән ҡунаҡтар Башҡортостан тарихы менән концерт номерҙары аша таныша алды.

Спорт уйындарында ҡатнашыусыларҙы алда яуаплы һәм тулҡынландырғыс көндәр көтә. Дзюдо, йөҙөү, еңел атлетика, көрәш, баскетбол, волейбол, футбол - һәр спортсы үҙ йөнәлешендә еңеүгә өлгәшергә тырышасаҡ.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостанда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество