Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса йәлеп ителәсәк

Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса йәлеп ителәсәк https://bash.news/news/100364_respublika_kardiologiya_gene_yay_xirurgiya_korpusyn_t_sn_federal_byudzhettan_asa_jlep_itelsk
11 июл 2019, 00:13

Әлегә тиклем эштәрҙе республика ҡаҙнаһынан финанслау ҡаралған ине. Был турала бөгөн Радий Хәбиров медицина учреждениеһында, нигеҙ ташы һалыу тантанаһынан һуң белдерҙе.

Туғыҙ ҡатлы яңы бина ғәмәлдәге кардиология үҙәге янындағы майҙанда төҙөлә. Проекттың дөйөм хаҡы - 6 миллиард һумдан ашыу, ул 36 мең квадрат метрҙы биләгән яңы объекттан тыш, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуҙы һәм үҙәктең әлеге корпусын төҙөкләндереүҙе лә үҙ эсенә ала. Объектты 10-сы төҙөлөш идаралығы ойошмаһы күтәрә. Проекттан күренеүенсә, объект диагностика үҙәген, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция бүлмәләрен, ауырыуҙар өсөн уңайлы палаталарҙы үҙ эсенә ала. Телемедицина мөмкинлектәрен киң ҡулланыу ҡаралған. Бынан тыш, бәләкәй пациенттар өсөн уйын, ял зоналары ла төҙөләсәк.

Статистика буйынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан илдә йыл һайын 17 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Табиптар әле 100 мең кешегә тура килгән үлем осраҡтарын 400-гә тиклем кәметеү өсөн көрәшә. Яңы хирургия корпусы был тәңгәлдә үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә. Кардиоүҙәктең хирургия корпусынан тыш, Өфөлә онкология диспансерының хирургия корпусы, райондарҙа фельдшер-акушер пункттары ла төҙөлә. Киләһе алты йылда Башҡортостанға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 16 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Объектты ике йылда сафҡа индереү ҡаралған, әле төҙөлөшкә федераль финанстарҙы йәлеп итеү буйынса эш бара.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса йәлеп ителәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа