Марат Хәйруллинды «Өфө» аэропортында ҡулға алдылар

Марат Хәйруллинды «Өфө» аэропортында ҡулға алдылар https://bash.news/news/100365_marat_xjrullindy_f_aeroportynda_ula_aldylar
11 июл 2019, 00:16

Мелодраманан комедияға. Бөгөн Луиза Хәйруллинаның ире федераль каналдарҙың береһендә барған ток-шоуҙа ҡатнашып, халыҡтың аҡса менән ярҙам итеүҙәрен һораны. Йәнәһе, ул йыйылған сумманы Луизаның срогын кәметеү өсөн кире банкка ҡайтарырға ниәтләгән. Ә урланған аҡсаларҙы букмекер контораларында отторған. Бөгөн Мәскәүҙән ҡайтып төшөү менән Марат Хәйруллин«Өфө» аэропортында ҡулға алынды. Уға ла хәҙер йәшәгән урынын ҡалдырып киткән өсөн иркенән мәхрүм ителеү янай. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.

Луиза Хәйруллина банктан ҙур күләмдә аҡса урлағандан һуң, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһы эргәһендәге йылға буйында палаткала йәшәгән. Ризыҡтары бөткәс, ғаилә өйҙәренә ҡайтып, автомобилдәрен кассирҙың атаһының гаражында ҡалдырған. Артабан Хәйруллиндар Ҡазанға юлланған. Татарстандың баш ҡалаһында улар ҡуртымға фатир алып йәшәгән. Кешеләрҙә шик тыуҙырмаҫ өсөн документтарын Хәйруллиндар бер кемгә лә күрһәтмәгән, өйҙәрен дә даими алмаштырып торған. Был мәғлүмәттәрҙе Луизаның ире үҙенең адвокатына һөйләгән. Марат Хәйруллин кисә беренсе каналдағы ток-шоуҙа ҡатнашты. Унда ул халыҡтан банкка бурысты ҡайтарышыуҙа ярҙам һораны. Эфирҙы бөгөн кис күрһәттеләр.

Марат Хәйруллин: “Беренсе тапҡыр кассанан 50 мең һум аҡса алырға күндерҙем. Ул сумманы уйнап ҡайтарырға һәм бурыстарҙы ҡапларға уйланым, ләкин килеп сыҡманы. Тарих ҡабатланды икенсе, өсөнсө тапҡыр банктан аҡса алдыҡ. Шулай 25 миллион йыйылып та китте”.

Марат Хәйруллин ситкә сығырға ярамау тураһындағы документҡа ҡул ҡуйған. Ул Салауат ҡалаһының полиция бүлексәһендә даими теркәлеп торорға тейешле, әммә ваҡытында килмәгән. Банктан ҙур күләмдә аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллинаның ире Мәскәүҙән ҡатйп килгәнендә бөгөн «Өфө» аэропортына ҡулға алынды.

Ирина Волк, Рәсәй эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле: “Енәйәт кодесының 160 статьяһына ярашлы, Луиза Хәруллинаның ире ҙур сумманы урлауҙа ҡатнашыусы тип билдәләнде”.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, банктан аҡса алып сыҡҡан Луиза Хәйруллинаға закон буйынса ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Иртәгә Башҡортостандың Юғары судында кассирҙың һәм адвокаттарының хөкөм сараһын еңеләйтеү тураһында ялыуы тикшереләсәк.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Марат Хәйруллинды «Өфө» аэропортында ҡулға алдылар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна