Балтас уҡыусылары БДИ-ла тәртип боҙоу арҡаһында район етәкселәре эштән ебәрелде

Балтас уҡыусылары БДИ-ла тәртип боҙоу арҡаһында район етәкселәре эштән ебәрелде https://bash.news/news/100366_baltas_uyusylary_bdila_trtip_boou_araynda_rajon_etkselre_eshtn_ebrelde
11 июл 2019, 00:17

Бөгөн Балтас районында Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының махсус комиссияһы эшләне. Белгестәр Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен фальсификациялауға бәйле административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөнө. Осрашыуға 16 уҡыусы һәм уларҙың ата-әсәләре, имтиханды ойоштороусылар саҡырылғайны. Билдәле булыуынса, мотлаҡ предметтар - рус теле һәм математика буйынса һынауҙы уңышлы үтә алмағандар быйыл көҙ яңынан имтихан тапшыра аласаҡ. БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле низағ барлыҡҡа килгәс тә, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе шунда уҡ эш урынынан бушатыла. Был вазифала ул дүрт йыл эшләүе билдәле. Күреүегеҙсә, кабинет ишеге бикле. Яҙыуҙар ҙа алып ташланған.

Идаралыҡта тынлыҡ. Барыһы ла шаңҡыу хәлендә. Билдәле булыуынса, быйыл Балтас районы белем усаҡтарын 91 уҡыусы тамамлаған, барыһының да тиерлек ҡулдарына аттестат тапшырылған була. Тик был аҙнала административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланыуға бәйле 16 үҫмерҙең имтихан һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылды. Көтөлмәгән яңылыҡ. Республикаға хас булмаған күренеш.

Гөлшат Хәбибуллина, Балтас районы хакимиәте мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире: “Был осраҡ аптырауға ҡалдырҙы, йыл әйләнәһенә балалар әҙерләнде. Репетиция булараҡ БДИ-ла ҡатнаштылар, консультациялар үткәрелде, дәрестәрҙә әҙерлектәр барҙы. Ғөмүмән, ундай хәл булырға тейеш түгел. Беҙ быға ышанып етмәйбеҙ”.

Район уҡыусылары барлыҡ предметтар буйынса ла Берҙәм дәүләт имтихандарын 1-се урта мәктәптә тапшыра. Белем усағының ете кабинетында һынауҙар үтә. Таҡталағы яҙыуҙар һаман да һаҡланған. Парталар ғына юҡ, ремонт бара. Мәғариф бүлеген ваҡытлыса Гүзәл Солтанова етәкләй. 33 йылға яҡын белем биреү системаһында эшләгән белгесте лә бер төркөм уҡыусыларҙың имтихан һөҙөмтәләре юҡҡа сығарыла тигән хәбәр борсоуға һалған.

Гүзәл Солтанова, Балтас районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: “Балаларҙың мөмкинлектәре юғары, улар үҙҙәренең көстәре менән дә имтиханды тапшыра ала ине. Ысынлап та, беҙҙә лайыҡлы уҡыталар”.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, имтихан барышында административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ведомствоға аноним ялыу ебәрелә, артабан барлыҡ предметтар буйынса үткән һынауҙарҙың видеояҙмалары яңынан ҡарала, ентекләп тикшерелә. Кадрҙар уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә күрһәтелде. Балтас районы хакимиәтендә Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының махсус комиссияһы эшләне, белгестәр үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре, имтиханды ойоштороусылар менән дә әңгәмәләр алып барҙы.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы: “Беҙ видеояҙманы яңынан ҡарап сыҡтыҡ, кадрҙан күренеүенсә, ойоштороусылар ысынлап та тәртипте боҙоуға юл ҡуйған, уҡыусылар шпаргалка һәм телефондарҙы асыҡтан-асыҡ ҡулланған”.

Был осраҡтарға бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса протоколдар төҙөлдө. Уларға ярашлы имтихан барышы өсөн яуаплы кешеләргә ҙур күләмдә штраф һалыныуы ихтимал. Идаралыҡ тарафынан ҡуҙғатылған эштәр судта дауам итәсәк.

Альберт Йәримов, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе: “Әгәр ҡылынған эштәр дисциплина сиктәрендә башҡарылған һәм административ тәртип боҙоуға тиң икән, тимәк, улар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәреләсәк”.

Нисек кенә булмаһын, комиссия вәкилдәре менән осрашыуҙан һуң уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең күбеһе иҫбатлаусы дәлилдәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Адвокат Фәнзәл Синәтуллин да судта бер нисә баланың мәнфәғәттәрен яҡларға йыйына.

Фәнзәл Синатуллин, адвокат: “Судта булған ҡарарҙарға ялыу бирәсәкбеҙ. Балаларҙы яҡлап сығыш яһаясаҡбыҙ. Еңербеҙ тип ышанам”.

Әлегә уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән психологтар һәм социаль педагогтар эшләй. Балаларға хоҡуҡтары аңлатыла. Әйтәйек, рус теле һәм математика буйынса имтихандарҙы көҙгө этапта - сентябрҙә яңынан тапшырырға мөмкин, ә һайлап алынған фәндәр буйынса үҫмерҙәр киләһе йыл һынау тотасаҡ

Фирҙәүес Рәхимов, Балтас районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Уларға аңлаталар инде ниндәй уҡыу йорттарына барып, уҡыуҙы дауам итергә була. Барыһы ла имтихандарын яңынан көҙ тапшыра ала”.

Быйыл уҡыусылар урта махсус уҡыу йорттарында ғына уҡыуын дауам итә ала. Вузға ҡабул ителергә ваҡыт буйынса өлгөрмәйәсәктәр. Әйткәндәй, был инцидентҡа бәйле әлегә ике мәктәп директоры эш урынын юғалтты, уларҙың береһе имтихан тапшырыу пункты етәксеһе булған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Балтас уҡыусылары БДИ-ла тәртип боҙоу арҡаһында район етәкселәре эштән ебәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд