Иглин районы Меңйетәр ауылы эргәһендә һоро ҡырсынташ ҡаҙыу эштәре законлы башҡарыламы?

Иглин районы Меңйетәр ауылы эргәһендә һоро ҡырсынташ ҡаҙыу эштәре законлы башҡарыламы? https://bash.news/news/100367_iglin_rajony_mejetr_auyly_ergend_oro_yrsyntash_ayu_eshtre_zakonly_basharylamy
11 июл 2019, 00:21

Әммә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар менән тиҫтә йылдар дауамында ҡулланыусылар, карьер урынлашҡан ерҙе тәртипһеҙ харабаға әйләндергән, тип борсола ерле халыҡ. Ҡырсынташ сығарыуға тотонған сираттағы эшҡыуарҙың рөхсәте бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова эҙләне.

Был карьерҙа иртә менән экскаватор эшләй. КАМАЗ машиналарына һоро ҡырсынташ тейәлә. Кем рөхсәте менән был карьер файҙалана тигән һорауға, урындағы хакимиәттән һәм Меңйетәр ауыл советынан рөхсәтебеҙ бар тигән яуап ишеттек.

Рәүеф Кәримов, экскаватор водителе: “Беҙҙең хакимиәттән һәм ауыл советынан рөхсәт бар, рөхсәт булмаһа бында эшкә тотономаҫ инек”.

Карьер ҡаҙҙырыусы шәхси эшҡыуар Игорь Лукашов та эштәр башҡарыуға хакимиәттән һәм ауыл советы биләмәһенән рөхсәт ҡағыҙҙарын күрһәтә.

Игорь Лукашов, эшҡыуар: “Был ерҙең ҡырсынташы район эсендә эске эштәрҙә ҡулланыла. Үткәл ауылынан тыш, тағы ла өс ауылда юлға ҡырсынташ түшәйәсәкбеҙ, мин был эште район һәм ауыл хакимиәттәре рөхсәте менән килешеү нигеҙендә башҡарам”.

Тиҫтә йылдар дауамында ҡаҙыу эштәре туҡтатылмаған карьер бөгөнгө көндә яу яланын хәтерләтә.

Лобовка ярындағы был карьер тиҙҙән Меңйетәр ауылына ла килеп етәсәк, тип хафалана бында йәшәүселәр. Өс көн элек кенә Үткәл ауылының үҙәк урамдарына ҡырсынташ түшәлгән. Үткәлдә йәшәүселәр өсөн иң мөһиме уңайлы һәм яҡшы юлдар.

Әбүзәр Ғиззәтуллин, Үткәл ауылында йәшәүсе: “Беҙгә иң мөһиме-уңайлы һәм яҡшы юлдар. Ә ҡырсынташ ташыусылар карьерҙы тәртипкә килтерһен ине”.

Меңйетәр ауыл советы рәйесе карьерҙа эштәр ауылда юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында үтәлә, район хакимиәте был эштәр хаҡында хәбарҙар тип белдерҙе.

Илшат Мөҙәрисов, Иглин районы Меңйетәр ауыл биләмәһе башлығы: “Беҙ экология министрлығына яҙасаҡбыҙ, һәм ошоға тиклем ҡырсынташ сығарғандарҙан ҡулланылған карьер тирәһен тәртипкә килтереүҙәрен талап итәсәкбеҙ”.

Закон буйынса был ерҙәр Иглин районы хакимиәте милке. Район хакимиәтенән был карьерҙағы ҡырсынташ эске ифраструктураны үҫтереүҙә, иң беренсе сиратта юлдарҙы төҙөкләндереүҙә ҡулланыла тигән яуап алдыҡ. Ә карьерҙа ҡыҙыу эштәре алып барыусыларға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарап, үҙҙәре эшләгәндән һуң тәртип урынлаштыра барырға ғына ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Иглин районы Меңйетәр ауылы эргәһендә һоро ҡырсынташ ҡаҙыу эштәре законлы башҡарыламы?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд