Ишембай районы «Едих» ауыл хужалығы фермаһы баҫыу эштәренә төштө

Ишембай районы «Едих» ауыл хужалығы фермаһы баҫыу эштәренә төштө https://bash.news/news/100368_ishembaj_rajony_edix_auyl_xuzhalyy_fermay_bayu_eshtren_tsht
11 июл 2019, 00:24

Быйыл улар йәшел масса әҙерләүҙә алдынғылар рәтендә. Шулай уҡ сауҙа кибеттәрен һөт, ҡарабойҙай ярмаһы, ҡош-ҡорт аҙығы менән дә тәьмин итәсәктәр.

«Едих» - иң эре хужалыҡтарҙың береһе. Уның мең гектар сәсеү майҙандары бар, ҡураларҙа мең башҡа яҡын мал аҫрала. Һөтсөлөк фермаһы үҙ продукцияһын Стәрлетамаҡ һөт комбинатына оҙата. Шулай уҡ иттең дә тауар әйләнеше яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Шуға ла киләсәктә тоҡомло малдар һанын тағы ла арттырыу бурысы ҡуйылған.

Эштәр барышына әлбиттә һауа торошо ла йоғонто яһай.Һутлы мал аҙығы дым ярата.Шуға ла ямғырлы йәйҙә әҙерләнгән силосты мал ҡышын яратып ашар тигән фекерҙә ауыл эшсәндәре.

Әлеге ваҡытта хужалыҡта мал аҙығыҙы әҙерләү бара. Тупланған йәшел масса ҡыш көндәренә ла юғары һауым алырға мөмкинлек бирәсәк. Һутлы мал аҙығы күп йыллыҡ үләндәрҙе үҙ эсенән алған. Шулай уҡ 250 гектар кукуруз да силосҡа оҙатыла. Ауыл эшсәндәренең иген баҫыуҙары ла байтаҡ. Һуғылған ашлыҡтың бер өлөшө ҡатнаш аҙыҡ етештереүгә йүнәлтелә.

Быйылғы миҙгелдә 14 мең тонна бесән, 8 мең тонна йәшел масса туплау бурысы ҡуйылған. Май айының эҫе булыуы һөҙөмтәһендә сәселгән культуралар яҡшылап үҫә алмаған. Әлеге көндә майҙандарҙың 60 проценттында бесән эшләү тамамланған. Сенаж һәм силос әҙерләү 40 процентҡа үтәлгән.

Хужалыҡта тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шулай уҡ ауыл эшсәндәре заманса комбайндар менән дә тәьмин ителгән.

Улар ярҙамында механизаторҙар яуаплы кампанияны 4 көн эсендә тамамларға ниәтләй. Артабан инде хужалыҡты ҡыҙыу ураҡ мәле көтә.

Автор: Азамат Бирғәлин.

Ишембай районы «Едих» ауыл хужалығы фермаһы баҫыу эштәренә төштө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд