Федоровка районы Новоселка ауылы халҡы сыуаш милли мәҙәниәте байрамы уҙғарҙы

Федоровка районы Новоселка ауылы халҡы сыуаш милли мәҙәниәте байрамы уҙғарҙы https://bash.news/news/100369_fedorovka_rajony_novoselka_auyly_xaly_syuash_milli_mnite_bajramy_uary
11 июл 2019, 00:30

Тантаналы көндө ауылда фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылды. Уңған кешеләре менәнә дан тотҡан төйәк халҡын район етәкселеге, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рузалиә Хисмәтуллина, Эстонияла йәшәүсе яҡташыбыҙ, сыуаш яҙыусыһы Дина Гаврилова ҡотланы. Мәҙәни байрамды хәбәрсебеҙ Гөлдәриә Йосопова ла күҙәтте.

Новоселка - Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Федоровка районының боронғо ауылдарының береһе. Уға 19-сы быуат башында нигеҙ һалынған ауылда әлеге ваҡытта 605 кеше йәшәй. Республика юбилейына Новоселка халҡы заманса уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы фельдшер-акушер пунктына эйә булды. Яңы бина республика бюджеты иҫәбенә ҡалҡып сыҡҡан. Коммуникация селтәрҙәрен тоташтырыуға урындағы ауыл советы көс һалған. Иҫке бинанан айырмалы, яңыһына һыу үткәрелгән, канализация эшләнгән. Барыһы ла пациенттар уңайлығы өсөн.

Рузалиә Хисмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Ауыл халҡына бындай заманса йыһазландырылған фельдшер-акушер пункты ҙур бүләк. Новоселка ҙур ауыл, халыҡ күп. Киләсәктә балалар һаны тағы ла күбәйер һәм бинаның майҙанын киңәйтеү, медиктар һанын арттырыу талап ителер, тип уйлайым. Былар барыһы ла сәләмәт быуын тәрбиәләү өсөн эшләнә”.

Медицина пунктынан тыш, Новоселкала урта мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто бар. Электән малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ менән көн иткән халыҡ буш ваҡытын мәҙәниәт йортонда үткәрә. Был юлы уңған ауыл халҡы тырыш хеҙмәте, йәмәғәт эштәре һәм үҙешмәкәр ижадта ирешелгән уңыштары өсөн район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаттары менән дә бүләкләнде. Сәхнәгә сығыусы һәүәҫкәр артистар ҙа ауылдаштарын тәбрикләне.

Мәҙәниәт йортонда өлкән быуын вәкилдәрен берләштергән «Тузтаван», йәшерәктәр өсөн «Мерчень» фольклор ансамблдәре эшләп килә. Икеһе лә халыҡ ансамбле статусына эйә ижади коллективтар сыуаш милли мәҙәниәтен, туған халҡының йыр-моңон, йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлауға күп көс һала. Репертуарҙа башҡорт, татар, рус халыҡ йырҙар ла бар.

Байрамда Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ, сыуаш яҙыусыһы Динә Гаврилованың ҡатнашыуы ла мәҙәни сараға бермә -бер йәм өҫтәне.Тыуған ерҙән ситтә йәшәһә лә, Динә Гаврилованың әҫәрҙәре Башҡортостан сыуаштары, үҙе тыуып үҫкән Бишбүләк районы Бәләкәй Мәнәүез ауылы тураһында. Бығаса Динә Гаврилованың әҫәрҙәре рус, эстон һәм сыуаш телдәрендә донъя күрһә, быйыл башҡорт яҙыусыһы Дамир Шәрәфетдинов уның ике томлыҡ романын башҡортсаға тәржемә иткән. Башҡортостан төйәгенең һүнмәҫ илһам сығанағы булыуы хаҡында Динә Гаврилова һәр ваҡыт ғорурланып һөйләй.

Динә Гаврилова, яҙыусы, Эстония: “Байрам шәп килеп сыҡты. Матурлыҡ, моң донъяһына сумдым. Туған көйҙәремде ишеткәс күҙҙән йәштәр килеп сыҡты. Хыялым - киләсәктә лә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү. Бер ниндәй сит илгә йөрөгөм килмәй. Тик Башҡортостанды үҙ итәм”.

Йола буйынса сыуаш халыҡ байрамдары иртәнән кискә тиклем, тәүҙә йорт эсендә, һуңынан тәбиғәт ҡосағында дауам итә. Һуңғы йылдарҙа милли байрамдарҙы ауылдың ҡул эштәре оҫталары тағы ла сағыуыраҡ биҙәктәргә күмә. Был тарафтарҙа ла күҙҙең яуын алырлыҡ балаҫ-һөлгөләр, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр ижад итеүсе оҫталар күп. Сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәрен тегеүсе Вера Петрованың әйтеүенсә, кейемдәге һәр биҙәктең үҙенең мәғәнәүи тәғәйенләнеше. Халыҡ йолаларына тоғро ҡалып оҫта һәр эшенә бар күңел йылыһын һала, иң изге теләктәрен ҡуша.

Алдағы йылда республиканың иң боронғо ауыл биләмәһе 205 йыллығын билдәләргә йыйына.

Элек-электән уңған кешеләре, бер түгел ике халыҡ ансамбле менән дан тотҡан төбәк халҡы был байрамды ла быуаттар төпкөлөнән килгән йолалары менән ҡаршыларға йыйына.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Федоровка районы Новоселка ауылы халҡы сыуаш милли мәҙәниәте байрамы уҙғарҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна