Әбйәлил районында күренекле табип Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һәйкәл ҡуйылды

Әбйәлил районында күренекле табип Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һәйкәл ҡуйылды https://bash.news/news/100371_bjlil_rajonynda_krenekle_tabip_ishmyra_iitova_jkl_ujyldy
11 июл 2019, 00:34

Әбйәлил районында Рәсәйҙә тәүге ауыл хосписын асҡан табип Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һәйкәл асылды. Ғиппократ антына тоғролоғон һәр аҙымы меннә иҫбатлаған доктор 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Тәрән белемле табип һәр ваҡыт кешеләргә й!ылы мөнәсәбәте, ябайлығы менән дә айырылып торған. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ишмырҙа Һиҙиәтовтың исемен мәңгеләштереү тантанаһы төрлө төбәк халҡын бергә йыйҙы. Шәхесте яҡындан белгәндәр генә түгел, ҡасандыр уның ҡулы аҫтында дауаланған пациенттар ҙа махсус килде. Сығыш яһаусылар Ишмырҙа Хәйернур улы тураһындағы яҡты иҫтәлектәре һәм хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул башҡарған эштәргә рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны.

Ишмырҙа Һиҙиәтов халыҡты дауалап ҡына ҡалманы, медицина тармағында эшләрлек белгестәр ҙә әҙерләне. Уның ярҙамында күптәр уҡып сығып, заманында һөнәрле лә була.

Һәйкәлдә һынландырылған шәхесте халыҡ таныны. Ишмырҙа Һиҙиәтов рухының ҡайтыуын билдәле улар. Галстук таҡҡан, аҡ халатлы табиптың, ваҡытында ҡулынан төшөрмәгән портфеле, хоспис проектының документтары ла урын алған. Тормош иптәше Венера Фәрит ҡыҙы ла күңел һандығында һаҡлаған ҡәҙерле иҫтәлектәрен ҡуҙғатты.

Хәйернур улы Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлауҙан тыш, медицина тарихында яҡты эҙ ҡалдырыусы булып та танылды. Рәсәйҙә тәүге ауыл хосписын асҡан табип Әбйәлил районында ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес ине.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Әбйәлил районында күренекле табип Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һәйкәл ҡуйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна