Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде

Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде https://bash.news/news/100386_xalyara_balalar_ujyndaryna_olimpiada_chempiondary_kilde
11 июл, 10:01

Улар араһында грек-рим көрәшселәре Александр Карелин, Михаил Мамиашвили, йөҙөүселәр Анастасия Давыдова, Александр Попов бар. Спортсылар Өфөлә Йәйге Балалар олимпиадаһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Синхронлы йөҙөү буйынса 5 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Анастасия Давыдова әйтеүенсә, ошондай осрашыуҙар балаларҙы ҙур еңеүҙәргә дәртләндерә.

Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде

Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде

Грек-рим көрәше буйынса 4 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин Өфөлә донъя чемпионатын уҙғарыу тәҡдимен хупланы. Башҡортостан баш ҡалаһы 2021 йылда 20 йәшкә тиклемге спортсы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында грек-рим һәм ирекле алыш буйынса планета беренселеген үткәреүгә дәғүә итә. Александр Карелин билдәләүенсә, Өфөнөң был турнирҙы уҙғарыуға мөмкинлектәре яҡшы баһалана.

Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде

Бөгөн Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында йөҙөү, фехтование, дзюдо һәм ҡаяға үрмәләү буйынса миҙалдар уйнатыла. Грек-рим көрәше, еңел атлетика, футбол, пляж волейболы һәм баскетболда ярыштар үтә. Тамашасылар спорт сараларын бушлай ҡарай ала.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд