Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды

Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды https://bash.news/news/100402_fl_balalar_olimpiaday_bashlandy
11 июл, 12:21

53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында туғыҙ спорт төрө буйынса көс һынаша. Йәш атлеттар Өфө ҡалаһының матурлығы, халҡының ихласлығына һоҡланыуҙарын белдерҙе.

Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды
Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды

“Башҡортостан беҙҙе йылы ҡаршы алды”, - ти Швейцариянан килгән Грейс БенАсик.

Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды

Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары икенсегә үткәрелә. 2013 йылда Ҡышҡы балалар олимпиадаһы уҙғайны. “Турнирҙа яңы дуҫтар табабыҙ, бер-беребеҙ менән танышып ҙур еңеүҙәргә беренсе аҙым яһайбыҙ”, - ти йәш спортсылар.

Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды

Бөгөн Халыҡ-ара балалар уйындарында ярыштар башланды. Улар әлеге минуттарҙа бара. Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәгендә йөҙөү, грек-рим көрәше, фехтование һәм йүгереү буйынса турнирҙар үтә. “Нефтсе” стадионында футболсылар көс һынаша, “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында баскетбол һәм ҡомлоҡтағы волейболды ҡарарға, 32-се спорт мәктәбендә дзюдосылар, “Ватан” этнопаркында ҡаяға үрмәләүселәр өсөн янып-көйөргә була. Тамашасылар теләгән урынға барып спорт ярыштарын бушлай ҡарай ала.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд