Алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола

Алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола https://bash.news/news/100410_alday_yal_kndrend_respublikala_jshtr_sn_ber_nis_festival_ojoshtorola
11 июл 2019, 13:05

Күгәресен районында “Мораҙым — FEST — 2019” башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Унда спорт ярыштары, концерт һәм дискотека була. Популяр музыкант Заһир Зәйнетдинов байрамдың төп ҡунағы итеп саҡырылған.

Алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола
Алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола

Ейәнсура районында “Аманат дуҫтарын йыя” фестивале уҙа. Унда танылған йырсылар Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин сығыш яһай. Ишембай районы Аҙнай ауылында “Ҡош юлы” бард фестивале ойошторола. Йылайыр районында “Алға, Урал аръяғы” фестивалендә ҡатнашырға мөмкин. Уның барышында бокс оҫталары асыҡ беренселектә көс һынаша ала.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд