Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Рәсәй дәүләт цирк компанияһы” етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Рәсәй дәүләт цирк компанияһы” етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты https://bash.news/news/100412_bgn_bashortostan_etksee_radij_xbirov_rsj_dlt_cirk_kompaniyay_etksee_vladimir_shemyakin_menn_osrashty
11 июл 2019, 15:00

Улар Өфө дәүләт циркы бинаһын төҙөкләндереү һәм цирк сәнғәте үҫеше тураһында фекер алышты. “Беҙ цирк бинаһы яҙмышы өсөн борсолабыҙ. Кешеләр ҙә был хаҡта даими һорашып тора. Һеҙҙең ярҙамығыҙға ышанабыҙ. Өфө кеүек миллионлы ҡалала цирк булырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Рәсәй дәүләт цирк компанияһы” етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты
Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Рәсәй дәүләт цирк компанияһы” етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты

Владимир Шемякин әйтеүенсә, “Рәсәй дәүләт циркы компанияһында” Өфө циркы бинаһын реконструкциялауҙы күҙ уңында тотҡан план бар. Был мәсьәлә тураһында Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҙа хәбәрҙар, ул да проектты хуплай. Республика бинаны төҙөкләндереү менән бәйле документтарға киткән сығымдарҙы ҡаплай. Шулай уҡ, цирк биләмәһен тәртипкә килтерә. Реконструкция “Рәсәй дәүләт циркы компанияһы иҫәбенә башҡарыла. Проект 1 миллиард һумға төшә. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, төҙөкләндерелгәндән һуң, цирк янында машина ҡалдырыу урындары буласаҡ. Өфө дәүләт циркы 1968 йылдың ноябренән эшләй. 2017 йылда Октябрь районы суды ҡарары буйынса, бина ябыла.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа