Туған телде ҡулланыу даирәһе киңәйә

Туған телде ҡулланыу даирәһе киңәйә https://bash.news/news/100413_tuan_telde_ullanyu_daire_kij
11 июл, 15:04

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы район советы депутаттары ултырышы башҡорт телендә үткән. Унда “Иң төҙөк йорт” конкурсын үткәреү тәртибе раҫланған. Шулай уҡ, йәштәр менән саралар уҙғарыу мәсьәләһе ҡаралған. “Ултырыштарҙы башҡорт телендә алып барыуҙы һәр кем хуплай”, ти район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев.

Туған телде ҡулланыу даирәһе киңәйә

Туған телде ҡулланыу даирәһе киңәйә

Рус телендә аралашҡан депутаттар өсөн сығыштарға тәржемә яһау кәрәклеге асыҡланды, ти Фәрғәт Ҡотлобаев.

Туған телде ҡулланыу даирәһе киңәйә

Республиканың бихисап райондарында ултырыштарҙы башҡорт телендә үткәреү тәжрибәһе бар. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла яҙғы сессияла туған телдәге сығыштар яңғыраны. Уларға синхрон тәржемә яһалды.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд