Ауыл хужалығы белгестәре умартасылар менән килешеп эшләмәгән

Ауыл хужалығы белгестәре умартасылар менән килешеп эшләмәгән https://bash.news/news/100423_auyl_xuzhalyy_belgestre_umartasylar_menn_kileshep_eshlmgn
11 июл, 16:08

Һөҙөмтәлә, бал ҡорттары һәләк булған. Был турала Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы белгестәре белдерҙе. Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, комплекслы эш алып барыу мөһим.

Ауыл хужалығы белгестәре умартасылар менән килешеп эшләмәгән

Ауыл хужалығы белгестәре умартасылар менән килешеп эшләмәгән

Бал ҡорттары күпләп үлгән төбәктәр араһында Илеш, Иглин, Бишбүләк һәм тағы ла 10 район бар. Зыян күләмен ведомство-ара комиссия баһалай. Бөжәктәрҙең һәләк булыу осрағы Липецк, Һарытау, Курск өлкәләрендә һәм Алтай крайында ла теркәлгән. Ветеринарҙар фекеренсә, бөжәктәр баҫыуҙарҙы эшкәртеү өсөн ҡулланылған пестицид һәм башҡа химик матдәләр менән ағыуланған. Федераль ҡанун буйынса, умартасылар химик эшкәртеү булыуы тураһында 5 тәүлек алдан иҫкәртелергә тейеш.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна