Радий Хәбиров Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән ҡунаҡтар менән осрашты

Радий Хәбиров Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән ҡунаҡтар менән осрашты https://bash.news/news/100437_radij_xbirov_jjge_xalyara_balalar_ujyndaryna_kilgn_unatar_menn_osrashty
11 июл 2019, 21:29

Халыҡ-ара сараларҙың үтеүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән абруйлы ҡунаҡтар менән осрашыуҙа Башҡортостан етәксеһе шулай тип белдерҙе.

Йәнле аралашыуҙа Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Анастасия Давыдова, Михаил Мамиашвили һәм Александр Попов ҡатнашты. Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы республикала көтөлгән күләмле спорт ярыштары менән таныштырҙы.

Атап әйткәндә, Өфө 2021 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын, 2022 йылда волейбол буйынса донъя этаптарының береһен ҡабул итә. Осрашыуҙа төбәктең спорт инфрастуктураһын үҫтереү мәсьәләһе лә күтәрелде. Әлеге ваҡытта баш ҡалала волейбол һәм көрәш өсөн спорт һарайҙарын төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Автор: Илдар Байбулатов.

Радий Хәбиров Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән ҡунаҡтар менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд