Өфө дәүләт циркында ремонт үткәреләсәк

Өфө дәүләт циркында ремонт үткәреләсәк https://bash.news/news/100438_f_dlt_cirkynda_remont_tkrelsk
11 июл 2019, 21:33

Был турала бөгөн Радий Хәбировтың Рәсәй дәүләт цирк компанияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Владимир Шемякин менән осрашыуында белдерелде. Унда билдәләнеүенсә, әле Өфө циркын ремонтлау буйынса план билдәләнгән.

Обьекттың ҡыйығын яңыртыу, эргә-тирәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү республика иҫәбенә башҡарыла, ә бына бинаны ремонтлау өсөн аҡса федераль бюджеттан бүленәсәк. Владимир Шемякин әйтеүенсә, яҡынса 1 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Проектҡа ярашлы, цирк янында парк зонаһы булдырыу күҙаллана. Ремонт эштәре ике йыл тирәһенә һуҙылыр тип көтөлә. Радий Хәбиров был обьект республика өсөн бик мөһим һәм халыҡ уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә тип белдерҙе.

Рәсәй дәүләт цирк компанияһы ҡарамағындағы Өфө дәүләт циркы 1968 йылдан эшләп килә. Был объект төбәк кимәлендәге архитектура ҡомартҡыһы тип һанала. Уның көмбәҙ формаһындағы түшәме вант механизмы ярҙамында йыйылған, бындай конструкция илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Тик ике йыл элек цирктың эшмәкәрлеге туҡтатыла, тикшереү органдары тамаша залы түшәмендәге ҡоролма кеше ғүмере өсөн хәүефле тип таба. Цирк етәкселеге әйтеүенсә, ремонттан һуң залдар тулыһынса яңыртыласаҡ, уның балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә яратҡан ял урынына әйләнәсәгенә шик юҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө дәүләт циркында ремонт үткәреләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество