Радий Хәбиров Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алешин менән осрашты

Радий Хәбиров Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алешин менән осрашты https://bash.news/news/100439_radij_xbirov_alkogol_baaryn_kjl_bujynsa_federal_xemt_etksee_igor_aleshin_menn_osrashty
11 июл 2019, 21:37

Һүҙ төбәк баҙарындағы хәл, спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш хаҡында барҙы. Ведомство етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостанда һуңғы осорҙа контроль көсәйтелгән. Республииканың алкоголле продукция һатҡан барлыҡ сауҙа нөктәләре лә Берҙәм дәүләт автоматлаштырлған мәғлүмәт системаһында теркәлгән, даими рәүештә тикшереүҙәр алып барыла.

Был йүнәлештәге эшмәкәрлек Башҡортостанға Волга буйы федераль округында легаль булмаған етештереүселәргә һәм һатыусыларға ҡаршы көрәш буйынса алдынғы урынға сығырға булышлыҡ иткән. Осрашыуҙа спиртлы эсемлектәргә контролде көсәйтеү маҡсатында федераль һәм төбәк кимәлендәге закондарҙы камиллаштырыу, республиканың «Башспирт» йәмғиәтенең үҫеш юлдары хаҡында ла һүҙ барҙы.

Владислав Заславский, Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары: “Башҡортостанда ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы ныҡлы көрәш алып барыла, республика биләмәһендә быйыл ғына законһыҙ әйләнештәге 250 мең литр спиртлы эсемлектәр тартып алынған, үткән йыл буйынса ла ошондай уҡ күрһәткес”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алешин менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд