2021 йылға тиклем Р-240 трассаһы Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртыласаҡ

2021 йылға тиклем Р-240 трассаһы Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртыласаҡ https://bash.news/news/100442_2021_jyla_tiklem_r240_trassay_strletamaa_tiklem_yatyrtylasa
11 июл 2019, 21:41

Был турала "Приуралье" юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара кәңәшмәлә белдергән. Әлеге ваҡытта Ырымбур трассаһын яҡтыртыу 31 километр арауыҡта атҡарылып, Булгаков ауылына тиклем еткерелгән.

Азамат Илембәтов әйтеүенсә, ремонт һәм төҙөкләндереү программаһына ярашлы, федераль трассалар буйында урынлашҡан барлыҡ ауылдар эргәһен дә яҡтыртыу планлаштырыла. Ырымбур трассаһында шулай уҡ 59 километр оҙонлоҡта юл ҡатламын ремонтлау күҙаллана.

2021 йылға тиклем Р-240 трассаһы Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество