Шүлгәнташта яңы һүрәттәр тапҡандар

Шүлгәнташта яңы һүрәттәр тапҡандар https://bash.news/news/100443_shlgntashta_yay_rttr_tapandar
11 июл 2019, 21:42

Шүлгәнташта йәнә көтөлмәгән табыш. Тәбиғәт ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәрҙәре мамонтҡа оҡшатып төшөрөлгән яңы һүрәткә юллыҡты. Был юлы табыш мәмерйәнең төпкө залдарында түгел, ә ҡапҡаһы янында урынлашҡан. Әле Шүлгәнташта Мәскәү ғалимдары тикшереү уҙғара. Улар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрашты.

Шүлгәнташтың был ҡапҡаһы аша үтергә теләмәүселәр һирәктер. Сөнки уның артында мәмерйәнең меңдәрсә йыл иҫәпләнгән хазинаһы һаҡлана. Тик был ишектәр аша тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре һәм фәнни экспедиция ағзаларына ғына үтергә ярай. Үҙенсәлекле асышты республиканың төп телеканалында күрһәтеү өсөн беҙҙең ижади төркөмгә инеү мөмкинлеге бирелде.

Шүлгәнташта алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, ғөмүмән 200-ҙән ашыу һүрәт табылған. Барыһы ла төпкө залдарҙа. Ә мәмерйәгә ингән урын бығаса иғтибарға алынмаған. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле табышҡа юллыҡҡандан һуң, Мәскәү дәүләт университеты археологтары ла ҡыҙыҡһыныу белдерә. Ғалимдар фекеренсә, мамонтҡа оҡшатып төшөрөлгән һүрәттәр Франция һәм Испаниялағы мәмерйәләрҙә лә йыш осрай, шуға ла был яңылыҡ Шүлгәнташты яңы кимәлгә күтәрә.

Юлия Кузьминова, «Шүлгәнташ» мәмерйәһен өйрәнеү буйынса фәнни экспедиция ағзаһы (Мәскәү ҡалаһы): “Шүлгәнташтағы һүрәттәр Башҡортостан һәм Франко-Кантабрия төбәктәренең уртаҡлығын билдәләй. Йә иһә палеолит дәүерендә йәшәгән кешеләрҙең бер-береһенә бәйлелеге күҙәтелә. Быға хатта, араларҙың меңдәрсә саҡрым булыуы ла кәртә түгел”.

Ғалимдарға асыҡлайһы серҙәре алда әле. Өҫтәүенә, ошоға оҡшаш һүрәттәр быға тиклем дә төпкө залдарҙа табылған. Асыштарҙың һуңғыһы дөйә һүрәте булды.

Киләсәктә туристар ҙа Шүлгәнташтағы был һүрәттәрҙе лә ҡарай аласаҡ. Урында тарихи-мәҙәни комплекстың асылыуы көтөлә.

Киләһе йыл комплекс эшенең беренсе этабы тамамланасаҡ. Ул ваҡытҡа тиклем экспозицияларҙың тулыланыуы ла ихтимал. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫына дәғүә иткән ҡурсаулыҡтың сиселмәгән серҙәре бихисап әле тигән фекерҙә ғалимдар.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Шүлгәнташта яңы һүрәттәр тапҡандар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд