«Йәйге каникул»ды килеп күрегеҙ!

«Йәйге каникул»ды килеп күрегеҙ! https://bash.news/news/100444_jjge_kanikuldy_kilep_krege
11 июл 2019, 21:43

Сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштереүсе майҙан. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында «Йәйге каникул» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Халыҡ иғтибарына республика, ил кимәлендә билдәле рәссамдарҙың ижади эштәре ҡуйылған.

Картиналарҙа ғаилә ҡиммәттәре, тәбиғәт күренештәре, хайуандар донъяһы һүрәтләнә. Бында шулай уҡ графика, арт-объекттар менән танышырға мөмкин. Ҡурсаҡтар экспозияцияһы айырым урын биләй. Йәй күптәр өсөн ял, каникул, отпусктар менән бәйле булһа ла, сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр өсөн ҡыҙыу осор. Рәссамдар төрлө ижади симпозиумдарҙа ҡатнаша, Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә сығыш яһай. Яңы миҙгелгә әҙерләнә.

Светлана Игнатенко, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры урынбаҫары: “Был күргәҙмә менән һәр кемгә шатлыҡ өләшке килде. Бында ҡул эштәре буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Туҡымала рәсем төшөрөргә, ҡурсаҡтар яһарға өйрәнергә мөмкин буласаҡ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

«Йәйге каникул»ды килеп күрегеҙ!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна