Яҡташтарыбыҙ Ҡаҙағстанда «Шатлыҡ» халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивалендә еңеү яуланы

Яҡташтарыбыҙ Ҡаҙағстанда «Шатлыҡ» халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивалендә еңеү яуланы https://bash.news/news/100445_yatashtaryby_aastanda_shatly_xalyara_jyr_m_beje_festivalend_ee_yaulany/?lang=bash
11 июл 2019, 21:44

Ҡаҙағстанда балалар ҡатнашлығында «Шатлыҡ» халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивале үтте. Быйыл уға тәүге тапҡыр Мәскәүҙең «Илһам» театры ла саҡырылды.

Коллектив данын илдең баш ҡалаһында даими шөғөлләнгән балалар менән бергә Башҡортостандан да бер төркөм һәләтле уҡыусылар яҡланы. Йәш таланттар башҡорт йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһаны.

Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса 23 илдән килгән коллективтар араһында «Илһам» театры беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Яҡташтарыбыҙ Ҡаҙағстанда «Шатлыҡ» халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивалендә еңеү яуланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет