Радий Хәбиров Бөйөк Британия, Австрия, Паҡстан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа һәм Абхазиялағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты

Радий Хәбиров Бөйөк Британия, Австрия, Паҡстан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа һәм Абхазиялағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты https://bash.news/news/100453_radij_xbirov_bjk_britaniya_avstriya_pastan_yrystan_nikaragua_m_abxaziyalay_saua_vkildre_menn_osrashty
11 июл 2019, 23:44

Сит илдәр менән бәйләнештәр арта. Ҡунаҡтар республиканың экспорт йүнәлешендә эшләүсе предприятиелар вәкилдәре, һуңынан республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан менән сит илдәр араһында тауар әйләнеше кәмей бара. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүге ярты йыллыҡта ла алға китеш күҙәтелмәгән. Шуға ла республика етәкселеге был өлкәгә күберәк иғтибар итеү бурысы ҡуйған.

Тәүге һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел, күптән түгел Австрияның власть һәм бизнес вәкилдәре менән эшлекле һөйләшеүҙәр үтте. Киләсәктә ошондай осрашыуҙар Бөйөк Британияла, Ҡырғыҙстанда һәм Абхазия ла ойошторолоуы ихтимал. Рәсәйҙең был илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә теләүҙәрен белдерҙе.

Осрашыуҙа Башҡортостан менән сит илдәр араһында хеҙмәттәшлекте һәм экспортты арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Сауҙа вәкилдәре республика өсөн өҫтөнлөклө һаналған аныҡ йүнәлештәрҙе атаны. Улар шулай уҡ төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын билдәләне.

(В1)

Автор: Илдар Байбулатов.

Радий Хәбиров Бөйөк Британия, Австрия, Паҡстан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа һәм Абхазиялағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд