Косметологта булғандан һуң, Өфө ҡыҙының бите шешеп киткән

Косметологта булғандан һуң, Өфө ҡыҙының бите шешеп киткән https://bash.news/news/100454_kosmetologta_bulandan_u_f_yyny_bite_sheshep_kitkn
11 июл 2019, 23:52

Өфөлә йәшәүсе Гөлнара Марчина өй шарттарында косметология хеҙмәте күрһәткән оҫтанан зыян күрә. Ҡашын буятҡандан һуң, аллергия ҡуҙғый. Күңелһеҙ хәлдә ҡалған ҡатын табиптар рөхсәт итмәһә лә, бөгөн поезда юлда. Шулай ҙа Рәсәйҙең көньяғында ял итеп ҡайтҡас та, ул сәләмәтлегенә зыян килтергән белгескә ҡарата тәфтиш комитетына ғариза яҙырға йыйына. БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Гөлнара Марчина көҙгөгә ҡараһа, күҙ йәштәренә күмелә. Геленджикҡа юлланыр алдынан керпек һәм ҡаштарын матурлайым тип ул өйҙә ҡабул итеүҙәр ойошторған белгескә мөрәжәғәт итә. Әммә процедура һөҙөмтәһе генә ҡыуандырмай - бите шешә, хатта, кеше күрмәҫ хәлгә етә. Икенсе көнгә уны дерматит диагнозы менән «Тиҙ ярҙам» машинаһында дауаханаға оҙаталар. Ҡатын диңгеҙгә барыуҙан баш тартырға була, әммә һуңынан тынысланып, поезға алдан һатып алынған билеттарҙы кире тапшырмай. Ғаиләһе менән юлға сыға.

Гөлнара Марчина: “Укол ҡаҙайбыҙ, дарыуҙар эсәбеҙ. Табиптар ике аҙна ошолай була тине, ҡайтыуыма бөтөр, бәлки. Стационарҙан баш тарттым, сөнки балалар ныҡ көттө диңгеҙҙе”.

Ҡатын керпек, ҡаш ҡойолоуға ла зарлана. Был хаҡта ул процедуралар яһаған белгескә лә хәбәр итә. Һуңғыһы үҙ сиратында ҡатынға аҡсаны кире ҡайтара. Юлиә беҙҙең менән осрашыуҙан баш тартты, шулай ҙа телефон аша үҙенең ғәйепле булмауын билдәләне. "Бер ниндәй иҫбатлаусы дәлилдәр юҡ,"-тине ул. Процедура алдынан алдан иҫкәртеүҙәр ҙә яһаған.

Юлиә: “Мин унан хна матдәһенә алергия булмауы тураһында бер нисә тапҡыр һораным?! Ул юҡ тине, 17 сәғәттән шешенә башлауы тураһында хәбәр итте. Мин уға ярҙам тәҡдим иттем, ә ул аҡсаһын ҡайтарыуҙы һораны”.

Гөлнара Марчина дауалау курсына киткән сығымдарҙы ла оҫтанан ҡаплатырға йыйына. Адвокаттар иһә был осраҡта Тәфтиш комитетына мөжәғәт итергә кәрәклеген билдәләй.

Александр Войцех, адвокат: “Асыҡларға кәрәк, белгестең был эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә хоҡуғы, тейешле белеме булғанмы-юҡмы. Ниндәй шарттарҙа косметологик процедураларҙың башҡарылыуын. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтелмәгән өсөн енәйәт статьяһы ҡаралған”.

Бәхеткә, Гөлнара Марчина бите шешеүе менән генә сикләнә. Табиптар билдәләүенсә, эҙемтәләр тағы ла көслөрәк булыуы ихтимал ине. Косметологик саралар кешегә төрлөсә тәьҫир итеүе мөмкин, шуға оҫталарҙың күбеһе процедуралар алдынан махсус тестар яһап, организмдың реакцияһын тикшереп ҡарай.

Резеда Фәйзуллина, медицина фәндәре докторы, профессор: “Эҙемтәләре ҡурҡыныс. Анафилактический шок булыуы ихтимал һәм башҡа ауыр реакциялар”.

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә йөҙҙәрсә иғлан - керпек үҫтереү, ҡаш буяу буйынса ҡыҫҡа курстар үтәләр ҙә, шунда уҡ клиенттарҙы ҡабул итә башлайҙар. Өй шарттарында аҡса эшләйҙәр. Косметология салондарына ҡарағанда, хаҡты күпкә арзаныраҡ ҡуйғанға күрә, уларға ихтыяж да юғары. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны кеҫәлә ҡалдырам тип дауаханаға эләгеү хәүефе лә бар.

Гөлнур Ниғмәнова, табип-онколог: “Кем Һеҙгә гарантия бирә ала, ҡорамалдарға стреилизация үткәрелгәнме-юҡмы, гепатит менән дә сирләргә мөмкин. Шуның өсөн уйлап ҡарағыҙ, бер-ике генә курс үткән кешегә генә бараһығыҙмы, әллә профессионалдарғамы?!”

Косметология салондарында, медицина клиникаларында хеҙмәт күрһәтеүгә сертификат, һәр йыһазға тиклем теркәү таныҡлығы була. Иң мөһиме - ҡул аҫтында аптечка. Клиенттың сәләмәтлеге тәүге урынға ҡуйыла.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Косметологта булғандан һуң, Өфө ҡыҙының бите шешеп киткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа