Ауырғазы районы Талбазы ауылында республиканың өс яҡлы комиссияһының күсмә ултырышы үтте

Ауырғазы районы Талбазы ауылында республиканың өс яҡлы комиссияһының күсмә ултырышы үтте https://bash.news/news/100455_auyrazy_rajony_talbazy_auylynda_respublikany_s_yaly_komissiyayny_ksm_ultyryshy_tte
11 июл 2019, 23:53

Төбәктә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүгә йүнәлтелгән комиссия хөкүмәт ағзаларын, эш биреүселәрҙе һәм профсоюз вәкилдәрен берләштереп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ултырыш сиктәрендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән предприятие хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Улар барыһы ла «Юғары социаль әүҙемлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» конкурсы еңеүселәре. Теманы Флорида Ким дауам итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Зөлфәр Хөснөтдиновтың утыҙ йыл ғүмере каучук заводы менән бәйле. Бөтә Рәсәйгә билдәле предприятиела ул смена етәксеһе. Үҙ һөнәрен яратҡан хеҙмәткәрҙәр өсөн бында эш етәрлек - каучуктан яһалған - тауарҙарға ихтыяж йылдан йыл арта.

Заводта барыһы меңдән ашыу хеҙмәткәр. Уларҙың күбеһе бында оҙаҡ йылдар эшләй, сөнки ойошмала лайыҡлы эш шарттары булдырылған.

Елена Ғизәтуллина, «Синтез-каучук» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар бүлеге етәксеһе: “Беҙҙең предприятиела 1200 кеше эшләй. Уларҙың 25 %-тын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, шуға ла эш биреүсе социаль мөнәсәбәттәргә айырыуса иғтибар бүлергә тырыша”.

Ышаныслы партнер маркаһын тотоп килгән предприятие тауарын донъяның төрлө илдәрендә ҡулланалар. Тәгәрмәстәрҙәге, аяҡ кейемдәрендәге, медицина ҡорамаларындағы резина тап Стәрлетамаҡта етештерелә.

Ауырғазы районы Талбазы ауылында үткән тантанала егерменән ашыу ойошма вәкиле диплом һәм сертификат менән бүләкләнде. Конкурста еңеүсе тип табылған предприятиеларҙың уңыш сере ябай - намыҫлы эш биреүсе менән тырыш хеҙмәткәрҙәр дөйөм маҡсаттарға ынтыла.

Хеҙмәткәрҙәргә социаль ярҙам күрһәтеү, эш хаҡын ваҡытында түләү, хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү - ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр өс яҡлы комиссияның күсмә ултырышында күтәрелде. Эшселәрҙең һаулығы, айыҡ тормошто пропагандалау ҙа иғтибар үҙәгендә булды.

Һәр бер хеҙмәткәр юғары эш хаҡы алып хәүефһеҙ шарттарҙа эшләргә теләй. 2019-сы йыл күрһәткестәренә ярашлы, республикала хеҙмәт хаҡы яҡынса 9 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта, эш урынында йәрәхәтләнеүҙәр һәм үлем осраҡтары кәмене. Хөҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү саралары, дәүләт тарафынан социаль ташламалар ҡаралғанда ғына сифатлы, һөҙөмтәле эш күрһәткестәренә өмөтләнергә мөмкин.

Автор: Ф. Ким.

Ауырғазы районы Талбазы ауылында республиканың өс яҡлы комиссияһының күсмә ултырышы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа