Ҡырмыҫҡалы районында «Иң күркәм йорт» конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

Ҡырмыҫҡалы районында «Иң күркәм йорт» конкурсы еңеүсеһе билдәләнде https://bash.news/news/100457_yrmyaly_rajonynda_i_krkm_jort_konkursy_eesee_bildlnde
11 июл 2019, 23:57

Ҡырмыҫҡалы районы советы ауылдарҙы комплеслы социаль-иҡтисади үҫтереү, мәҙәни ялын ойоштороу, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында социаль конкурсты рәсмиләштерҙе. Районда 18 йорт хужалары араһында Светлана һәм Олег Кирилловтар йорто төҙөклөгө һәм күркәмлеге өсөн беренсе урын яуланы. Ҡырмыҫҡалы ерендә социаль йүнәлештәге ярыш һөҙәмтәләрен хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова барланы.

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район советының сираттағы ултырышында «Иң күркәм йорт» конкурсы статусы рәсмиләштерелде. Махсус комиссия составы раҫланды. Конкурс еңеүселәрен дәртләндереүгә район тейешле күләмдә аҡса бүлеү мәсьәләһен дә хәл ителгән кәңәшмә саф башҡорт телендә үтте.

Фәрғәт Ҡотлобаев, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы: «Иң күркәм йорт» конкурсында 18 йорт хужалары ҡатнашты. Был конкурстың маҡсаты- халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, шәхси йорт -ҡураларҙың санитар торошон яҡшыртыу”.

Урам, ихата тирәһен бөхтәлектә.тәртиптә тотҡан Олег Кириллов матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдыра. Улар йәшәгән йорттоң тышҡы торошо, йорт -ихата алды төҙөклөгө, биҙәлеше, ҡоймалар һәм дөйөм йорт күренеше һоҡланырлыҡ. Конкурсанттарҙы энә күҙәүенән үткәргән абруйлы жюри юҡҡа ғына Ефремкин ауылынан Кирилловтарҙың йортон еңеүсе булараҡ һайлап алмаған. Светлана һәм Олегтың йорто үҙенсәлекле проект менән төҙөлгән.Баҡса биҙәлеше, сәскәләр төрлөлөгө, газондар күплегенән күҙ ҡамаша.

Йорт хужаһы Олег водитель булып эшләй. Төп эшенән тыш, хәләленә баҡса һәм йор тирәһен тәртиптә тоторрға ҡуш ҡуллап ярҙам итә.

Кирилловтар ғаиләһендә өс бала Марина, Лена һәм Саша тәрбиләнә.Балалар ҙа ата-әсәһенән өлгө алып, уҡыуҙа ла спортта ла һынатмай.

Александр Кириллов: “Мин тырышып уҡыйым, был миҙалдарҙы тхеквондо буйынса ярыштарҙа яуланым, улар араһында иң ҡәҙерлеһе -ошо беренсе урын яулағаны”.

Быйылғы конкурсҡа ғаиләнең бөтә вәкилдәре лә әҙерлән. Сәскә үҫтергәндәр. Йортто зауыҡлы итеп биҙәгәндәр.

Беренсе дәрәжәле диплом яулаған Кирилловтарға район хакимиәте ҡарары менән ун биш мең һум күләмендә аҡсалата бүләк бирелгән. Ғаилә советы был аҡсаға иҫтәлеккә бәүелсәк һатып алған.

Йорт хужаларының ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, булдыҡлылығы күптәрҙе һоҡландыра. Светлана менән Олег Кирилловтар райондаштарына зауыҡлы һәм үҙ көсөңә ышанып йәшәү өлгөһө лә булып тора.

Ефремкин ауылында йәшәгән Кирилловтар Ҡырмыҫҡалы районында «Иң күркәм йорт» номинацияһында беренсе урын яулаған. Светлана һәм Олег Кирилловтарҙың бәхет сере хеҙмәт һөйөүҙә, татыу һәм мөхәббәтле ғүмер итеүҙә икәнлегенә беҙ ҙә инандыҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ҡырмыҫҡалы районында «Иң күркәм йорт» конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество