Башҡортостан Европа һәм Азия менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Башҡортостан Европа һәм Азия менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер https://bash.news/news/100462_bashortostan_evropa_m_aziya_menn_d_xemttshlek_iterg_er
12 июл 2019, 10:00

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре менән осрашыуында белдерҙе. Унда Бөйөк Британия, Пакистан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа, Австрия, Абхазиянан вәкилдәр ҡатнашты. Радий Хәбиров тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу төп бурыстарҙың береһе тип билдәләне. Бының өсөн сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәре асыла.

Башҡортостан Европа һәм Азия менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер
Башҡортостан Европа һәм Азия менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Күптән түгел Австрияла ошондай ойошма эшләй башланы, яҡын арала Истамбулда вәкиллек булдырыу ҡарала. Радий Хәбиров сауҙа вәкилдәрен Өфөлә 17 июлдә үтәсәк халыҡ-ара экспорт форумына саҡырҙы.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна