Башҡортостан етәксеһе Вьетнам делегацияһы менән осрашты

Башҡортостан етәксеһе Вьетнам делегацияһы менән осрашты https://bash.news/news/100507_bashortostan_etksee_vetnam_delegaciyay_menn_osrashty
12 июл 2019, 22:13

Dьетнам менән бәйләнештәр киңәйә. Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Вьетнам делегацияһы менән осрашыуында белдерелде. Социалистик республика делегацияһын Коммунистар партияһының үҙәк комитеты ағзаһы, халыҡ-ара бәйлнештәр бүлеге мөдире Хоан Бинь Куант етәкләй.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров билдәләүенсә, ике яҡты күптәнге, ваҡыт менән һыналған дуҫлыҡ бәйләй. Йәғни был республикаларҙы стратегик партнерҙар тип әйтергә мөмкин. Донъяуи әлеге ваҡиғалар фонында был бик мөһим, тине Радий Фәрит улы. Рәсәй менән Вьетнам араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыуға быйыл 70 йыл тула, ошо айҡанлы ике дәүләттә лә дуҫлыҡ йылдары иғлан ителгән. Әле Башҡортостан менән Вьетнам араһындағы тауар әйләнеше ни бары 4 миллион доллар, әммә республика етәксеһе белдереүенсә, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре ҙур.

Хеҙмәттәшлекте киңәйтеү социаль өлкәгә, мәҙәни сараларға ла, белем биреү системаһына ла ҡағыла. Әле Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында Вьетнамдан йөҙҙән ашыу студент белем ала. Бәйләнештәрҙе нығытыу бар тармаҡтарҙа ла күрһәткестәрҙе арттырасаҡ тип билдәләнде осрашыуҙа.

Хоанг Бинь Куан, Вьетнам коммунистар партияһының үҙәк комитеты ағзаһы: “Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн мөкинлектәр бихирсап, Башҡортостан ерҙәргә бай, бында тупраҡ уңдырышлы, ошо өлкәгә инвестициялар һалыу өҫтөндә эшләргә була. ауыл хужалығы, сәнәғәт тармағында бәйләнештәрҙе нығытырға, тауар әйләнешен арттырырға мөмкин”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан етәксеһе Вьетнам делегацияһы менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа