Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән https://bash.news/news/100510_fyrymbur_trassaynda_yultransport_fazhie_terklgn
12 июл 2019, 22:16

Зыян күреүселәр араһында өс йәшлек бала ла бар, ул көслө бәрелештән һуң әсәһе менән тәҙрә аша осоп сыға, улар хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән була.

Юл-транспорт фажиғәһе көндөҙгө дүрттәр тирәһендә, өфө-Ырымбур трассаһында теркәлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә яҙыуынса, фольсваген аморок менән датсун он-до автомобилдәре бәрелешә. Бөтәһе алты кеше зыян күрә, улар 17-нән 39 йәшкә тиклем.

Ҡазаға тарыусылар әле дауаханаға оҙатылған. Беҙгә ебәрелгән видеояҙманан күренеүенсә, йәрәхәт алыусыларҙы ашығыс ярҙам машинаһына юл ситенә үк сығарып һалғандар. Бер аҙҙан һуң фажиғә урынына бер нисә медицина ярҙамы машинаһы килеп етә. Алдан күҙаллауҙар буйынса, водителдәрҙең береһе светофорҙың ҡыҙыл утына сыҡҡан, әле юл-транспорт осрағының сәбәптәре асыҡлана.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд