Октябрьский ҡалаһында хирургтар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрелде

Октябрьский ҡалаһында хирургтар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрелде https://bash.news/news/100515_oktyabrskij_alaynda_xirurgtar_sn_otaly_drese_tkrelde
12 июл 2019, 22:24

Уны Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, хирург Мәхмүт Тимербулатов уҙғарҙы.

Тәжрибәле белгес коллегаларына ике яҡлы йәки ҙур бүҫерҙәргә лапароскопия ысулы менән операция яһау үҙенсәлектәрен күрһәтте. Был алымды ҡулланғанда бүҫер пациенттың тәненә бәләкәй генә уйым яһап алына, тән ҡырҡылмай. Бындай операцияларҙан һуң сирленең аяҡҡа баҫыу, йәғни һауығыу ваҡыты ҡыҫҡара.

Октябрьский ҡалаһында операция яһалған пациенттың өс бүҫере бар, сандырында ике яҡлы һәм тағы берәү кендегендә. Мәхмүт Тимербулатов операция барышныда был операцияның үҙенсәлектәре хаҡында ла һөйләне. Ул республикала лапороскапия алымын хирургияға ныҡлап индергән белгестәрҙең береһе.

Мәхмүт Тимербулатов, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, профессор: “Диагноз ҡатмарлы ғына ине, әммә операция уңышлы үтте һәм пациент тиҙ арала аяҡҡа баҫасаҡ тип әйтергә мөмкин. Шулай уҡ Октябрьский дауаханаһының заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуын билдәләп үтер инем, яңы ысулдарҙы ҡулланғанда уңайлы шарттар булыуы ла мөһим”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Октябрьский ҡалаһында хирургтар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд