Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителәсәк

Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителәсәк https://bash.news/news/100524_aldanan_lshslr_msle_xl_itelsk

Алексей Васильев инде нисәнсе йыл үҙе һатып алған фатир янына килә. Тик артабан эскә үтә алмай. Ишектәр бикле. Кәмендә дүртенсе йыл инде был күп ҡатлы йорт унда йәшәүселәр тауышынан гөрләп торорға тейеш. Ләкин. Күккә олғашҡан йортта елдәр генә уйнай. 12-се ҡаттан фатир һатып алыусы ипотека аҡсалары ла һауаға осто , тип һанай, сөнки төҙөлөш туҡтап ҡалған. Алексейға ғаиләһе менән әсәһендә йәшәргә тура килә.

Алексей Васильев, Октябрь проспектындағы 85-се йортто өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы: “Кескәй балабыҙ ҙа бар. Яҡшы шарттарҙа йәшәрбеҙ тип өмөтләнеп 2012 йылда ипотека алдыҡ. 2015 йылда йорт тапшырылырға тейеш ине. Биш йылға яҡын көтәбеҙ, әммә беҙ бөгөнгәсә фатир асҡыстары алмағанбыҙ”.

Бәхетле ғаиләләр иҫәбен түгел, ә өлөшләтә фатир алып алданыусылар рәтен тултырырға ярҙам иткән күп ҡатлы йорт- Стәрлетамаҡта иң бейеге. Алданыусылар һүҙенә ҡарағанда, 17 ҡатлы йортта фатирҙар ҙа һатылып бөткән. Халыҡтан йыйылған миллиондарса аҡса ҡайҙа булған? Ә бит төҙөлөш эштәрен теүәлләргә лә күп ҡалмаған.

Борсола ғына түгел, йорт төҙөлөшөнә аҡсаһын һалған ҡайһы берәүҙәр инде вафат булған. Был донъяла үҙ мөйөшөн көтөп ала алмағандарҙың мәңгелек йортона күсеүе ҙә ҡуҙғыған нервылар арҡаһында икәнлегенә шикләнәһе юҡ. Күптәр йылдар буйы ҡуртымға алып, ә кемдер икенсе ипотека алып башҡа ерҙән торлаҡ һатып алырға мәжбүр булған.

Стәрлетамаҡты йәмләп, иң бейек күп ҡатлы йорт булырға тейешле объект өлөшһөҙҙәр һаҙлығына әйләнгән.

Өлөшләтә йорт төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар проблемаһын хәл итеүгә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге эш көндәрендә үк тотондо. Республика етәксеһе аҙна башында Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында фатир хужалары менән осрашты һәм төҙөлөштө оҙон-оҙаҡҡа һуҙған «Өфө квартал» төҙөүсе компания вәкилдәре менән һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә, асҡыстарҙы 1 октябргә тапшырырға ҡушты.

Төҙөлөш компанияһы тотҡарлыҡты 10-12 миллион һум аҡса етмәүе менән аңлатып маташты. Артабан башҡарылаһы эш күләмен иҫәпләйһе һәм йортто файҙаланыуға тапшырыу өсөн уны теүәлләү талап ителә.

Радик Ғәлиев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫарының төҙөлөш һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары: “Беҙ төҙөлөштө тулыһынса тамамлау өсөн эш күләмен иҫәпләттек. Тиҙ арала план төҙөп подрядсы ойошма менән башҡарып ҡуйыу бурысы тора”.

Әйтергә кәрәк, оҙаҡ төҙөлөүсе объект тураһында мөрәжәғәт менән ҡалала йәшәүселәр социаль селтәрҙә мөрәжәғәттәр күп булған. Уларҙың һорауына йорт 4 октябрҙә файҙаланыуға тапшырыла тигән яуап яҙылған. Әммә урында әле бер ниндәй ҙә эш бармауы асыҡланды.

Республика етәксеһе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Март Әхмәҙуллинға аҙна һайын эш барышын тикшереп торорға ҡушты.

Республика етәксеһен иғтибарынан һуң, йылдар буйы хәл ителмәгән мәсьәләнең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә ышаныс ҙур. Ҡушылғанса төҙөлөш компанияһы 1 октябрҙә асҡыстарҙы тапшырһа, республика көнөн Стәрлетамаҡта йөҙҙәрсә ғаилә йорт туйлап үҙ фатирҙарында ҡаршы аласаҡ.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд