Бөрйән районында йомшаҡ япраҡлы ағас эшкәртеү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк

Бөрйән районында йомшаҡ япраҡлы ағас эшкәртеү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/100525_brjn_rajonynda_jomsha_yapraly_aas_eshkrte_predpriyatiey_barlya_kilsk
12 июл 2019, 23:41

Башҡортостан урман сәнәғәте ассоциацияһы бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә юғары ҡеүәтле производство проекты тәҡдим итте. 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән программа өсөн 110 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Төбәктә йәшәүсе йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны буласаҡ.

Предприятие ҡеүәте йылына алты мең кубометр ағас эшкәртеүгә иҫәпләнә.Сеймал өсөн башлыса ҡайын ағасы һайлап алына. Продукция Европа һәм Ҡытайға сығарыласаҡ. Ағас эшкәртеүселәр дәүләт ҡаҙнаһына бер нисә йылда 170 миллион һум индерәсәк һәм үҙ сиратында предприятиены ойоштороусылар законға ярашлы ташламаларға иҫәп тота.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөрйән районында йомшаҡ япраҡлы ағас эшкәртеү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество