Шишмә шәкәр заводы сит илдәргә гранулалы һығынды оҙатасаҡ

Шишмә шәкәр заводы сит илдәргә гранулалы һығынды оҙатасаҡ https://bash.news/news/100563_shishm_shkr_zavody_sit_ildrg_granulaly_yyndy_oatasa
13 июл 2019, 22:08

Әле предприятиела был эште яйға һалыу бара. Эштәр барышы менән Радий Хәбиров та танышты. Завод 500 мең тамыраҙыҡ эшкәртә. Уның ни бары 15 проценты шәкәргә эшкәртелһә, ҡалған өлөшө крахмал шәрбәте һәм һығынды рәүешендә ҡала. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә мең тонна һығынды ҡалдыҡтарға оҙатыла. Уның ни бары 25 проценты ғына гранулаларға әйләндерелеп мал аҙығы итеп ҡулланыла. Проект заводты модернизациялап сөгөлдөр һығындыһын тулыһынса эшкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул сағында мал аҙығын сит илдәргә лә экспортлау мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Республика етәксеһенең Шишмә районына эш сәфәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Утыҙ йыллыҡ йорт ,ә подъездар өр яңы кеүек. Шишмә ҡасабаһындағы өйҙәр подъездарҙы комплекслы төҙөкләндереү программаһына буйынса яңырыу кисерә. Ишектәр, тәҙрәләр, коммуникациялар барыһы ла өр яңынан. Стеналарҙы ла хәҙер сағыу һүрәттәр биҙәй.

Ә бына ҡасабаның Үҙәк урамындағы 24 -се йорт бындай матурлыҡ менән әле маҡтана алмай. Социаль программаға ярашлы төҙөлгән йорт һаманға тиклем файҙаланылмай тора. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар араһында ташламалы хаҡ менән дә фатир һатып алырға теләүселәр юҡ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, был проблема башҡа райондарға ла хас булыуы ихтимал. Мәсьәләне хәл итеү өсөн «Төҙөлөш сәғәтенә» сығарырға ҡушты. Ғөмүмән , Радий Хәбировтың төрлө өлкәләргә ҡағылышлы уҙғарған сәғәттәре һөҙөмтәләр бирә башланы. Күптән түгел генә «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралған Шишмә шәкәр заводын модернизациялау проекты ла тормошҡа ашырыла . Июндә уҙғарылған «Урал аръяғы» инсвестиция һабантуйында инвесторҙар төбәк хөкүмәте менән килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, ике йыл эсендә генә йәлеп ителгән аҡсалар 452 миллион һумға етәсәк. Был үҙ сиратында шәкәр етештереүҙе лә бермә бер арттырасаҡ.

Проект тормошҡа ашырылһа шәкәр заводы йылына 30 мең тоннан ашыу һығынды етештерә башлай. Ә бына райондың һөтсөлөк заводы модернизация үтеп яңы продукцияны һатыуға сығара башлаған да инде. Радий Хәбиров яңы цехтарҙа етештерелгән һөт ризыҡтары ассортименты менән танышып тәмләп тә ҡараны.

Ғөмүмән, шишмәнең социаль -иҡтисади хәлен дә Радий Хәбиров яҡшы баһаланы. Был турала ул социаль селтәрендә яҙып сыҡты. Район бөхтәлеге, иҡтисади киләсәге, үҫеш теләге менән шатландырҙы. Проблемалар ҙа юҡ түгел һәм беҙ уларҙы хәл итергә ярҙам итәсәкбеҙ тигән. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн ул донъяуи эштәрҙән ситләшеп йөрәк, йән тураһындағы уйҙарға сумған. Эш сәфәрендә ул Шишмәләге Хөсәйенбәк мәсетенә һәм уға яҡын ғына урынлашҡан ҡорамға инеп сыҡты. Ике дин мәхәлләһе лә бөхтә, тәртипле. Икеһендә лә үтә лә итәғәтле имам һәм батюшка хеҙмәт итә һәм беҙ артабан да шулай татыу һәм тыныс тормошта йәшәйәсәкбеҙ, тигән Радий Хәбиров.

Автор: А.Кәбиров.

Шишмә шәкәр заводы сит илдәргә гранулалы һығынды оҙатасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа