Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды https://bash.news/news/100625_kis_arxangel_rajony_irnyshy_auyly_yanynda_ur_avariya_buldy
15 июл, 15:00

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында Татарстандың пассажир автобусы юл ситенә сығып оса һәм түңкәрелә. 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үлгәндәрҙең кәүҙәһе Өфөгә – суд медицинаһы экспертизаһы бюроһына килтерелгән.

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Архангел районында булған юл ҡазаһының сәбәптәрен Тәфтиш комитеты тикшерә. Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров түңкәрелгән автобус водителенең 18 тапҡыр административ яуапҡа тарттырылыуы тураһында хәбәр итте.

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Стәрлетамаҡ районында 4 юл эшсеһенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк, тине Радий Хәбиров.

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдарында 76 авария теркәлгән, 19 кеше һәләк булған, 116-һы имгәнгән. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу һәм тиҙлектте арттырыу фажиғәгә килтергән төп сәбәп, тип белдерҙе транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Альберт Сөләймәнов.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд